Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
4 Октябрь 2021, 13:05

Мөһим сараға әҙерһегеҙме?

Билдәле булыуынса, тиҙҙән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана. #перепись #переписьнаселения #перепись2021 #ВПН2021

Мөһим сараға әҙерһегеҙме?
Мөһим сараға әҙерһегеҙме?

Билдәле булыуынса, 15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана. Илебеҙ, республикабыҙ өсөн мөһим булған сара 14 ноябрҙә тамамланасаҡ.

Иҫәп алыуҙа ҡатнашыу өсөн стационар участкаларға мөрәжәғәт итергә йәки иҫәп алыусыны өйҙә көтөргә кәрәк. Бынан тыш, “Дәүләт хеҙмәте” порталында электрон иҫәп алыу битен тултырырға мөмкин – бындай төрҙәге иҫәп алыуҙы файҙаланған саҡта 8 ноябргә тиклем ҡатнашып ҡалырға кәрәк. Төпкөлдә, барып етеүе ауыр булған районда йәшәһәгеҙ, ул саҡта һеҙҙең өсөн иҫәп алыу 20 декабргә тиклем дауам итә.

Иҫәп алыу ҡағыҙы 33 һорауҙан тора. Унда йәште, белемде һәм милләтте күрһәтергә, шулай уҡ республикала ниндәй социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу мөһимлеген дә билдәләргә мөмкин. Мәҫәлән, ҡайҙа юл һалырға йәки мәктәп төҙөргә кәрәк.

Яҡынса һөҙөмтәләр 2022 йылдың апрелендә әҙер буласаҡ, ә тулыһынса – IV кварталда.

Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу – һәр кешенең гражданлыҡ бурысы, шуға ил тарихын яҙыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ.

Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/bashperepis

#ПереписьНаселения2021 #Башкирия #ПереписьБашкирии

 

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас: