Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
29 Сентябрь 2021, 14:05

БАШҠОРТ ТЕЛЕН 1923-1933 ЙЫЛДАРҘА НИСЕК УҠЫТҠАНДАР?

Мәғлүм булыуынса, 1979 йылғы халыҡ иҫәбен алыу осоронда Башҡорт АССР-ында 3 миллион 844,3 мең кеше, шул иҫәптән 70-тән ашыу милләт вәкиле йәшәй.

БАШҠОРТ ТЕЛЕН 1923-1933 ЙЫЛДАРҘА НИСЕК УҠЫТҠАНДАР?
БАШҠОРТ ТЕЛЕН 1923-1933 ЙЫЛДАРҘА НИСЕК УҠЫТҠАНДАР?


1926-1979 йылдар араһында башҡорттарҙың дөйөм һаны 657 меңгә арта. СССР буйынса башҡорттар 1 миллион 371 мең иҫәпләнә, шул иҫәптән Силәбе өлкәһендә - 133,7 мең, Пермь өлкәһендә - 48,8 мең, Ырымбур өлкәһендә - 43,3 мең, Свердловск өлкәһендә - 30 мең, Ҡурған өлкәһендә - 17,7 мең, Ҡаҙаҡ ССР-ында - 32,5 мең, Үзбәк ССР-ында - 25,9 мең.
Телдәрҙе үҫтереү һәм ҡулланыу өлкәһендә лә һиҙелерлек үҙгәрештәр була. Республика халҡының 87,1 проценты туған теле тип үҙ милләтенең телен атай: рустар - 99,9 процент (1970 йылда ла 99,9 процент була), татарҙар 94,3 (96,3) процент, башҡорттар 64,4 (63,2) процент. Башҡорт телен үҙенең туған теле тип 607,1 мең кеше белдерә, шуларҙың 602,9 меңе башҡорт милләтенән була, 4,2 меңе - башҡа милләттән. 1979 йылда 307,6 мең башҡорт туған теле тип татар телен атай, был башҡорт халҡының 32,9 процентын тәшкил итә. Бигерәк тә был Асҡын (94,6 процент), Балтас (85,5 процент), Борай (92,2 процент), Дүртөйлө (93 процент), Илеш (94,8 процент), Краснокама (84,7 процент), Кушнаренко (94,4 процент), Тәтешле (96,1 процент), Туймазы (95,4 процент), Саҡмағош (89,6 процент), Яңауыл (87,7 процент) райондарында, йәғни башҡорт балаларын уҡытыу татар телендә алып барылған төбәктәрҙә күҙәтелә.
"Совет архивтары" журналында хәбәр ителеүенсә (№5, 1988 й.), 1929 - 1934 йылдарҙа "Башҡорт АССР-ында башҡорттар йәшәгән ҡайһы бер райондарҙа бары тик рус йәки татар мәктәптәре генә ойошторола, сөнки урындағы мәктәп етәкселеге кадрҙар һәм дәреслектәр булмауы сәбәпле, башҡорт мәктәптәрен асыу мөмкин түгел, тип иҫәпләй" (ЦГА РСФСР, ф.296, Оп.1, д.461, Л.98).
Партия архивы һәм матбуғатта сыҡҡан башҡа материалдар раҫлауынса, башҡорт телен тормошҡа ашырыуға бәйле мәсьәләләр партия Өлкә комитетында бер нисә тапҡыр ҡарала. Мәҫәлән, 1923 йылдың 12 декабрендә ВКП(б) Өлкә комитеты кәңәшмәһендә башҡорт телен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тураһында һөйләгәндә: "1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 970434 (32,06 процент) кеше, татарҙар - 612405 (20,23 процент); 1922 йылда башҡорттар 648209 (26,34 процент), татарҙар - 601012 (24,43 процент)", - тип билдәләнә. Башҡорттар күпләп йәшәгән урындарҙа беренсе баҫҡыс мәктәптәрендә уҡытыуҙы - башҡорт, татарҙар күп булған ерҙә татар телендә ойоштороу тәҡдим ителә.
Ошо уҡ кәңәшмәлә ни өсөн ҡайһы бер урындарҙа башҡорттар татарса һөйләшкәнен асыҡларға тырышҡан сығыштар ҙа була. Был проблемаға бәйләп, революцияға тиклем башҡорттар ғына түгел, сыуаштар ҙа, вотяктар ҙа, сирмештәр ҙә, Волга буйының башҡа халыҡтары ла татарҙар йоғонтоһо аҫтында булыуы, татарса һөйләшеүе һәм татар ғөрөф-ғәҙәттәрен ҡабул итеүе, татар һәм урыҫ дин әһелдәре араһында ошо төбәктең башҡа халыҡтарына хакимлыҡ итеү буйынса ҡаты алыш барыуы билдәләнә.
Кәңәшмәлә әйтелеүенсә, бигерәк тә 1912 йылдан алып империалистик һуғышҡа тиклем татар зыялылары панисламистар ярҙамында был халыҡтарға ҡарата көслө көрәш алып бара. Улар тотош көнсығышты татар халҡы йоғонтоһона берләштерергә тырыша... Быны шундай бер факт та раҫлай: йыш ҡына үҙ телендә һөйләшкән башҡорттарҙың телмәре татарҙар тарафынан көлкө объектына әйләнә, һөҙөмтәлә башҡорттар ватып-емереп татарса һөйләшергә тырыша башлай. Былар барыһы ла - татар зыялыларының барлыҡ халыҡтарҙы ла татарлаштырыу буйынса көслө эшмәкәрлеге ошо кәңәшмәлә билдәләнә.
Шулай уҡ кәңәшмәлә татар эшмәкәрҙәренең татар әҙәбиәтен, типографияһын булдырыуы телгә алына. Башҡорттар өсөн дә татар теле әҙәби телгә әйләнә. Башҡорттарға башҡорт мәктәбен асыу, әҙәби тел булдырыу мөмкинлеге бирмәйҙәр. Шулай итеп, элекке Өфө, Бөрө, Бәләбәй кантондары башҡорттары барыһы ла тиерлек ассимиляциялана.
"Әммә үҙ телен һәм үҙ йөҙөн һаҡлаған башҡорттар бар әле. Башҡорт теле һәм башҡорт халҡы йәшәй икән, беҙ уға ярҙам итергә, шул телдә уҡыу һәм үҫешеү мөмкинлеге бирергә тейешбеҙ. Башҡорт теле баҫылып ҡалырға тейеш түгел. Әгәр элек татар буржуазияһы һәм либераль татар зыялылары башҡорттарҙы татарлаштырыуға өлгәшһә, хәҙер ундай заман үтте һәм беҙ бөйөк татаризм державаһы ҡалдығын тамырынан юҡҡа сығарырға тейешбеҙ. Был мөһим сәйәси әһәмиәткә эйә", - тигән сығыштар яңғырай кәңәшмәлә.
Әммә 1923 йылда башҡорт телендә уҡытыуға күсеү мөмкинлеге булмай әле. Башҡорт ауылдарындағы беренсе баҫҡыс мәктәптәрендә уҡытыусыларҙың 85 проценты татар була һәм татарса уҡыта. Икенсе баҫҡыс башҡорт мәктәптәрендә уҡыу планына ярашлы башҡорт теле предмет булараҡ өйрәнелергә тейеш була. Әммә башҡорт телендә дәреслектәр һәм башҡорт телен белгән уҡытыусылар булмау сәбәпле, барлыҡ мәктәптәрҙә лә татар теле уҡытыла. "Хәҙерге ваҡытта беҙҙең власть татар телендә яҙа һәм гәзиттәр сығара һәм барса халыҡ татарса уҡырға һәм һөйләшергә мәжбүр", - тип билдәләнә кәңәшмәлә.
1923 йылдың 29 декабрендә башҡорт телен тормошҡа ашырыу буйынса ғәмәли эш мәсьәләһе РКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә комитеты ултырышында ҡарала. Өлкә комитет Президиумы Мәғариф халыҡ комиссариатына:
- беренсе баҫҡыс мәктәптәре өсөн башҡортса әлифба һәм дәреслектәр эшләүҙе башларға;
- беренсе баҫҡыс мәктәптәрендә уҡытыуҙы барлыҡ милләттәр өсөн дә туған телдә алып барырға һәм Наркомпросҡа беренсе баҫҡыс мәктәптәрен уҡытыусылар менән комплектларға;
- барлыҡ икенсе баҫҡыс мәктәптәрҙә һәм һөнәри белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен мотлаҡ предмет итеп индерергә;
- беренсе баҫҡыс мәктәптәрен башҡорт уҡытыусылары менән тәьмин итеү маҡсатында артабан техникум уҡыусыларын башҡорттарҙан ғына туплауға Наркомпростың айырым иғтибарын йүнәлтергә ҡуша.
Быға тиклем, бигерәк тә Граждандар һуғышы йылдарында, башҡортса айырым брошюралар һәм листовкалар сығарылһа ла, башҡорт телендәге әҙәбиәт 1922-1923 йылдарҙа булдырыла башлай. 1922 йылда ойошторолған "Башкитап" нәшриәте 1922-1923 йылдарҙа 80 баҫма биттә 21 китап сығара, әммә шуларҙың 4-5 баҫма бите генә башҡортса була.
1928 йылда башҡорт мәктәптәрен туған телдә уҡытыуға күсереүгә йөҙ борола; башланғыс һәм урта мәктәптәргә башҡорт телендә 17 төрлө дәреслек бирелә.
Әммә был эштә лә етешһеҙлектәр була. Шуға күрә 1931 йылда үткән ВКП(б)-ның Өлкә край комитеты һәм Өлкә комитетының берләштерелгән пленумы барлыҡ Башҡортостан партия ойошмаһының иғтибарын бөйөк держава шовинизмына, урындағы милләтселеккә ҡаршы киҫкен көрәш алып барыу менән бер рәттән, татарҙарҙың "башҡорт теленең һәм әҙәбиәтенең перспективаһыҙлығы" теорияһына өҫтөнлөк биреп, башҡорт мәктәптәрендә татар телен индереүҙә, урта һәм юғары уҡыу йорттарында башҡорт теле урынына татар телен "милли" тел тип уҡытыуҙа, эшселәрҙе һәм хеҙмәткәрҙәрҙе башҡорт һәм татар тип түгел, "милли" тип иҫәп алып барыуҙа сағылған башҡорттарға ҡарата булған бөйөк держава тенденцияһына ҡаршы көрәшеү зарурлығына йәлеп итә.
Пленумда революцияға тиклем элекке Өфө губернаһы территорияһында татар муллалары тарафынан асылған 1579 татар мәктәбе булыуы һәм бер генә башҡорт мәктәбе лә булмауы билдәләнә. БАССР Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Булашев үҙенең сығышында милли кадрҙар әҙерләү, туған телде уҡытыу торошон анализлап, республикала һуңғы йылдарға тиклем милләттәрҙе йәлеп итеү эше алып барылмауын, һөҙөмтәлә был йәһәттән Башҡортостан иң артта ҡалған республика булыуын билдәләй һәм шундай факттар килтерә: "Ҡаҙағстанда, мәҫәлән, эшселәрҙең 25 проценты ҡаҙаҡтар, Сыуашстанда - 35 процент сыуаш, Татарстанда - 28,9 процент татар, Башҡортостанда - 13 процент башҡорт була. 1929 йылда дәүләт аппаратында башҡорттар 12 процент тәшкил итә, Сыуашстанда - 48, Татарстанда - 36. Ҡырым һәм БАССР-ҙан тыш, башҡа республикаларҙа дәүләт аппаратында төп милләт вәкилдәре 30-40 процент тәшкил итә. Илдең юғары уҡыу йорттарында уҡыусылар күләме лә түбән булып ҡала: 1939 йылда башҡорт студенттары 0,1 процент, татарҙар - 1,3, сыуаштар 0,9, бүрәттәр 0,1 процент (улар барлығы 200 мең кеше) тәшкил итә".
"Башҡорттарҙы татарҙар тарафынан ассимиляциялау бармы?" тигән һорау күтәреп, сығыш яһаусы ундай процестарҙың булыуын билдәләй. "Рәсми мәғлүмәттәр буйынса башҡорттар 800 мең иҫәпләнә. Бөгөнгө көнгә ҡарата уларҙың 53 проценты ғына туған телендә һөйләшә. Советтар Союзының башҡа халыҡтары араһынан кемдер 98, ҡайҙалыр 92, 71 процент үҙ телендә һөйләшә, башҡорттар ғына 53 процент тәшкил итә. Үҙ телендә грамоталы башҡорттар ни бары 40 процент, шул уҡ ваҡытта татарҙар - 98 процент. Был һандар рәсми, Коммунистик академия тарафынан эшләнгән..."
1933 йылда башҡорт мәктәптәре ВКП(б) Өлкә комитетының тотороҡло дәреслектәр сығарыу тураһындағы ҡарары нигеҙендә беренсе тапҡыр туған телендә тотороҡло, яҡшы әҙерләнгән һәм техник йәһәттән биҙәлгән дәреслектәргә эйә була. Башланғыс мәктәп өсөн дөйөм тиражы 372 мең дана булған шундай 24 төрлө китап сығарыла, урта мәктәп өсөн дөйөм тиражы 163 меңлек 30 атамалы китап нәшер ителә.
ВКП(б)-ның XVII съезында (1934 йыл) Башҡортостан Өлкә комитетының беренсе секретары Я.Б. Быкин республикала халыҡ мәғарифы торошон баһалап, хәҙерге Совет Башҡортостаны территорияһында (йәғни 1914 йылға тиклем) тотош халыҡтың грамоталылығы 22 процентҡа тиң була, тип белдерә. Был Башҡортостандың тотош халҡына ҡағыла. Аҫаба халыҡтың грамоталылығы унан да түбән була: ул бер процент менән генә билдәләнә... 1913-1914 йылдарҙа башланғыс мәктәп уҡыусылары 102 мең иҫәпләнә, шул иҫәптән башҡорт-татарҙар (башҡорттар айырым иҫәпләнмәй) - 18 мең, ә 1933 йылда 367 мең уҡыусының 215 меңе рус милләтенән булмай, шул иҫәптән 80 мең башҡорт.
"Урындағы милләтселек һәм бөйөк рус шовинизмына ҡаршы көрәштә беҙ Башҡортостанда дөйөм белем биреүҙе тормошҡа ашырҙыҡ. Уҙған 1933 йылда тотороҡло башҡорт дәреслеге булдырылды. Башҡорт телендә уҡытыу өсөн башҡорт уҡытыусылары әҙерләнә (һуңғы йылдарға тиклем мәктәптәрҙә татар уҡытыусылары башҡорттарҙы татар телендә уҡыта). Революцияға тиклем мәктәптәрҙә берәм-бөртөк уҡыһалар, 1929 йылда - 1600 башҡорт балаһы белем ала, хәҙер урта мәктәптә 9 мең башҡорт уҡый. Партияның XVI съезына бер генә юғары мәктәп тә булмаһа, XVII съезға 5 юғары уҡыу йорто, 5 фәнни-тикшеренеү институтына эйәбеҙ, уларҙа уртаса 40-44 процент башҡорт уҡый", - тип билдәләнә съездың стенографик отчетында.
Ошо йылдар эсендә мәғрифәтселәрҙең ҙур армияһы барлыҡҡа килә. Әгәр 1913-1914 йылдарҙа башланғыс мәктәптәрҙә 2255 уҡытыусы булһа, 1923-1933 йылдарҙа уларҙың һаны 9200-гә етә, шул иҫәптән башҡорттар 1913-1914 йылдарҙа - 67, 1932-1933 йылдарҙа - 1893 кеше була.

Ғизетдин ИРҒӘЛИН,
КПСС Өлкә комитеты партархивының элекке мөдире.

 

http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=5163

Автор:
Читайте нас: