

Быйылғы йылдың тағы ла мөһим бер ваҡиғаһына — Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Ул илдә 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Сара 19 сентябрҙәге күп дәрәжәләге һайлауҙарға бәйле билдәләнгән датанан һуңыраҡ үткәрелә. Бөрө районында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен үткәреү буйынса вәкил Юрий Ташкин ошо мөһим ваҡиға тураһында һөйләй:
— Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башта 2020 йылдың октябрендә, 2010 йылдағыһынан һуң 10 йыл үткәс, үтергә тейеш ине. Һуңыраҡ сара 2021 йылдың апреленә, артабан көҙгә эпидемиологик хәл яҡшырыр тип, сентябргә күсерелде. Һәм бына һайлауға бәйле тағы бер үҙгәртелде, быныһы аҙаҡҡыһылыр, тип ышанабыҙ.
Беҙҙең район һәм ҡала бер нисә күсереүҙәр барышында иҫәп алыуға яҡшылап әҙерләнде. Ойоштороу планыбыҙҙы уңышлы яҡланыҡ. Картографик материалды актуалләштерҙек. 19 иҫәп алыу һәм 113 иҫәп участкалары йәлеп ителәсәк. Үткән йыл сентябрҙә теркәү үткәреү буйынса йөрөп сыҡтыҡ. Ауылдарҙа — 6505, ҡалала 8688 хужалыҡ теркәнек. Был мәғлүмәтте даими төҙәтеп торабыҙ. Шулай уҡ шәхси хужалыҡтарҙа етешһеҙлектәрҙе бөтөрәбеҙ.
Иҫәп алыусылар 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем һәр йортҡа һәм фатирға инеп йөрөйәсәк. Ысын иҫәп алыусыны экипировкаһына ҡарап танырға була. Уларҙа күкрәк танытмаһы, “Росстат” тип яҙылған зәңгәр төҫтәге сумка-портфель, “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу” тип аҡ менән яҙылған зәңгәр-ҡыҙыл төҫтә брендлы шарф һәм яҡтылыҡты кире ҡайтара торған һыҙаттар һәм иҫәп алыу логотибы төшөрөлгән зәңгәр жилет була. Шулай уҡ һәр иҫәп алыусының үҙе менән паспорты булырға тейеш. Граждандар уларҙан шәхес танытмаһын күрһәтеүен һорарға һәм иҫәп алыусының күкрәк танытмаһындағы мәғлүмәттәр менән сағыштырырға хоҡуҡлы. Әгәр ҙә һеҙҙең алда ысын иҫәп алыусы тороуына шигегеҙ бар икән, яҡындағы иҫәп алыу участкаһына шылтыратып һорашырға мөмкин. Бынан тыш иҫәп алыусыны өйгә йәки фатирға индереү мотлаҡ түгел. Һеҙ һорауҙарға йортта ла яуап бирә алаһығыҙ.
Халыҡ иҫәбен алыуҙа документтар күрһәтергә кәрәкмәй, ҡағыҙҙар кешенең һүҙҙәренән тултырыла, шәхси мәғлүмәттәр бер кемгә лә тапшырылмай.
Анкетаның үҙенә килгәндә. Телдәр белеү темаһы киңәйтелгән. Был мөһим сара барышында кешеләрҙең ниндәй телдәрҙе белеүе хаҡында ғына түгел, уларҙы көндәлек тормошта нисек ҡулланыуы хаҡында ла һорауҙар биреләсәк. Йәниҫәп битендә үтә лә мөһим һорауҙарҙың береһе – туған тел хаҡында. «Һеҙҙең туған телегеҙ?» тигән һорау 12-се урында тора. Уға яуап биргәндә, ниндәй кимәлдә белеүегеҙгә, ҡулланыу даирәһенә ҡарамаҫтан, туған телегеҙ тип һанаған телде атарға хоҡуҡлыһығыҙ. Баланың туған телен уның ата-әсәһе күрһәтә. Көндәлек тормошта сит ил телдәрен түгел, ә Рәсәй халҡы телдәрен файҙаланыу тураһында өҫтәмә һорау буласаҡ. Был ниндәй телдәрҙе һаҡлап ҡалырға кәрәклеген күрһәтәсәк.
Йәниҫәп битендә шулай уҡ милләт хаҡында ла һорау бар. 14-се урында торған һорау, ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, бөтәһенә лә, шул иҫәптән балаларға ла, ҡағыла. Хеҙмәт миграцияһы тураһындағы һорау илдә эшсе мигранттарҙың күсеп йөрөүен баһалау өсөн кәрәк. Был ҡалаға эшкә йөрөү, ҡала ситендә йәшәү генә түгел, ә вахта һәм миҙгелле эштәргә йөрөүгә лә ҡағыла. Иң көнүҙәк һорау — килем тураһында. Бер кем дә, бер ҡасан да был мәғлүмәтте һалым инспекцияһына тапшырмаясаҡ. Хеҙмәт хаҡығыҙ рәсми рәүештәме, әллә конвертта түләнәме, быға яуап бирергә кәрәкмәй. Килем сығанағын: хеҙмәт хаҡымы, пенсиямы, дивидендтармы, социаль түләүҙәрме, стипендия йәки башҡалар — шуны ғына әйтергә кәрәк.
Авторы; Ольга Платонова.