

Беҙҙең райондан дәүләт статистикаһының Өфөләге 2-се бүлеге баш белгес-эксперты, Асҡын ауылындағы бүлексә етәксеһе Әлфиә Сәмиғолова менән Асҡын районында халыҡ иҫәбен алыу һорауҙары буйынса вәкәләтле вәкил Нурия Шәрәфетдинова ҡатнаша.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һанлы технологиялар ҡулланып уҙасаҡ. Халыҡ иҫәбен алыуҙың төп яңылығы — Рәсәй халҡы тарафынан 15 октябрҙән 8 ноябргә тиклем дәүләт хеҙмәттәре порталында электрон иҫәпкә алыу ҡағыҙын ирекле тултырыу мөмкинлеге.
Наилә Имаева.