

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы 2021 йылдың 15 октябренән 14 ноябренә тиклем уҙасаҡ. Тимәк, илебеҙҙең, Башҡортостан тарихының сираттағы томы яҙыласаҡ. Әле сараға әҙерлек барғанда республика тарихы менән ҡыҙыҡһынғандар элекке халыҡ иҫәбен алыуҙар һөҙөмтәләре менән таныша ала. Бының өсөн нимә эшләргә?
Заманса фәнни аңлатмала халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары 1897, 1920, 1926, 1937, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылдарҙа үткән. Ҡайһы берәүҙәренең һөҙөмтәләре етерлек күләмдә баҫылған, ә ҡайһы берҙәре тураһында мәғлүмәтте табыуы ҡыйын. Республика статистика хеҙмәтенең тулы күләмдәге мәҡәләләре “Башҡортостан статистикаһы. 175 йыл йәмғиәткә хеҙмәттә” тигән китапта тупланған.
2008 йылда сыҡҡан йыйынтыҡта һигеҙ халыҡ иҫәбен алыу сараһы һөҙөмтәләре тупланған – 1897 йылғы Рәсәй империяһының дөйөм халыҡ иҫәбен алыу сараһынан алып 2002 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына тиклем. Китап киң аудиторияға тәғәйенләнгән.