Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
31 Март 2023, 14:26

Ришат Дихиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Бөгөн Балыҡсы ырыуының лайыҡлы улы,  талантлы журналист, абруйлы етәксе Ришат Марат улы Дихиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Ул Ришат Марат улы уҡыған  Урмияҙ мәктәбе  бинаһына ҡуйылды.

Ришат Дихиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Ришат Дихиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, уның урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, район Советы секретары Рима Нәбиуллина, район мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Селянина, туған телдәр буйынса методист Мөнзилә Әхмәтова, Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлин, ауыл Советы хакимиәте коллективы, Резеда Ибраһимова етәкселегендәге урындағы мәктәп коллективы, Ришат Марат улының әсәһе Розалия Нәҡип ҡыҙы Дихина, тормош иптәше Гөлназ Рәзиф ҡыҙы улдары Назар һәм Рамзан, туғандары, яҡындары, дуҫтары, ауыл  халҡы ҡатнашты.

 

Асҡын районын үҫтереү, халҡының тормошон яҡшыртыу өсөн дәртләнеп, яңынан-яңы идеялар менән янып-көйөп эшләп йөрөгән еренән ике йыл элек, көтмәгәндә, 33 кенә йәшендә,  мәңгелеккә китеп барҙы   Ришат  Дихин.  Аяҙ көндө йәшен  һуҡандай,  был хәбәр бөтә республиканы тетрәндергәйне.  Ришат Марат улы  бар булмышы менән халҡым тип йәшәгән кеше ине. Һис шикһеҙ, район хакимиәте башлығы булып эшләгән ошо ике йылда ул бар көсөн, дәрт-дарманын яҡташтарының тормошон яҡшыраҡ итеүгә бағышланы, фәҡәт яҡты маҡсаттар менән, ҙур пландар ҡороп йәшәне...

Тантаналы сараны алып барыусылар  Ришат Марат улының тормош һәм хеҙмәт юлына байҡау яһағанда, ирекһеҙҙән,  А. Аҡбулатовтың шиғыр юлдары иҫкә төшөп, йөрәктәрҙе телеп үтте:

Ер тетрәтеп, ҡыҫҡа ғына мәлгә
Ямғыр булып йәшен йәшнәттең.
Мең йәшәгән тыуған еребеҙҙе,
Сихри нурға төрөп, йәшәрттең.
Шиғри күңелеңдән саҡма таштай
Ерҙе яҡтырттың һин, йылыттың.
Ябай ер улынан
Йондоҙҙарға үрләр  ир булдың!
Тантанала сығыш яһаусы район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, Ришат Марат улының тәүге  уҡытыусыһы Гөлсинә Әхмәт ҡыҙы Ғәйнуллина, Урмияҙ мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Нурия Мөхәмәтнур ҡыҙы Ғилмаеваның телмәре лә ошо шиғыр юлдарына ауаздаш булды.

– Бөгөн беҙ Ришат Марат улы  уҡыған мәктәптә мемориаль таҡтаташ асабыҙ. Йәш быуын районыбыҙ мәнфәғәте өсөн янып эшләгән  шундай күренекле шәхестәре менән ғорурланырға, Ришат Марат улының изге эштәрен онотмаҫҡа, уға лайыҡлы алмаш булып үҫергә  тейеш, — тине Динис Рәдис улы һәм Ришат Марат улының  бар булмышын, көсөн, дәрт-дарманын райондаштарыбыҙҙың тормошон яҡшыраҡ итеүгә бағышлауын,  яҡты маҡсаттар менән, ҙур пландар ҡороп йәшәүен һәм тыуған еренең ысын патриоты булыуын билдәләне. Үҙе тормошҡа ашырып өлгөрмәгән изге башланғыстарҙы артабан да дауам итәсәген белдерҙе. 

Ришат Марат улының тормош иптәше Гөлназ Рәзиф ҡыҙы  ҡәҙерле кешеләре хаҡында яҡты хәтер һаҡлауы, уның исемен мәңгеләштереү өсөн ҙур тырышлыҡ һалыуҙары өсөн район һәм ауыл хакимиәте, район мәғариф бүлеге, ауыл мәктәбе етәкселегенә һәм ауылдаштарына  рәхмәт белдерҙе.

- Ришатыбыҙҙың яҡты донъянан китеүенә  27 мартта ике йыл тулды. Уның хаҡында яҡты хәтер һаҡлағанығыҙ өсөн барығыҙға ла, бигерәк тә Динис Рәдис улына, Илшат Үзбәк улына  рәхмәт  белдерәбеҙ. Һаулыҡ, һәр яңы башланғысығыҙҙа, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ, һәр эшегеҙ уң барһын, янығыҙҙа тоғро командағыҙ булһын, - тине ул.

Район Мәҙәниәт йортона “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса алынған автоклуб, һәр ваҡыттағыса, сараны үткәрергә ярҙам итте.

#аскино #Аскинскийрайон #АвтобклубАскино #НациональныйпроектКультура #Автоклуб_Аскино 

( Урмияҙ ауылында Ришат Марат улы Дихиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланған саралар тураһында киләһе материалдарҙа тулыраҡ уҡырһығыҙ).

Теманы дауам итеп...

Ришат Марат улы мәктәптә уҡығанда уҡ иң алдынғы, иң әүҙем уҡыусыларҙың береһе була. Ул ижади күңелле, шул тиклем рухлы булыуы менән айырылып тора.  Халыҡса әйтһәк, уға китап ене, ижад ене ҡағыла: бер туҡтауһыҙ уҡый, яҙа. Шиғырҙары  район, республика балалар баҫмаларында  йыш баҫыла. Үҫкән һайын шиғырҙары ла шымара, етдиләнә. Шиғырҙар ғына түгел,  мәктәп тормошон, ауыл тарихын яҡтыртҡан, тырыш хеҙмәтсәндәр, ветерандар, яратҡан уҡытыусылары, мәктәптең өлгөр уҡыусылары тураһында мәҡәләләре лә йыш донъя күрә. Башҡорт телендә яҙылғандары –  “Йәнтөйәк”,  рус телендә булғандары  ”Надежда” район гәзиттәрендә  баҫыла. Ул район гәзиттәре генә түгел, шулай уҡ “Йәншишмә» гәзите  “Аманат” журналының  йәш хәбәрсеһе булды.

Милли рухлы, хисле Ришат Дихин яҙышыуҙан тыш, төрлө йылдарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадаларҙа ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындар яулап, уҡытыусыларын һөйөндөрҙө,  Урмияҙ мәктәбе һәм районыбыҙ  данын күтәрҙе. 

   Яҙышыуҙан, олимпиада, конкурстарҙан тыш, Ришат Дихин мәктәп тормошонда ла ҡайнап йәшәй, лидер була. Мәктәп советын етәкләй. Артислыҡ һәләте көслө егеттән башҡа мәктәптә бер сара ла үтмәй.

  Мәктәпте тамамлағас,  ул юғары уҡыу йорто студенты булып китә. Олимпиадаларҙа, конкурстарҙа беренсе урын яулаусы булараҡ Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетына имтиханһыҙ ғына ҡабул итәләр.

 Бында ул, халыҡ әйтмәшләй, йырлап уҡый, президент стипендияһына лайыҡ була.   Биш йыл буйы төркөмдәрендә староста була. Үткәрелгән бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Беренсе курста уҡ факультеттарындағы «Шоңҡар» ижади түңәрәген етрәкләй.

Ижад һулышы менән һуғарылған хеҙмәт юлында студент  сағында уҡ башлай Ришат Марат улы. Ул Башҡортостан телерадио компанияһының «Сәләм» тапшырыуында эшләй. Шул уҡ ваҡытта төрлө гәзит-журналдарҙа мәҡәләләр, шиғырҙар яҙа.

2006 йылда Жәлил Кейекбаев стипендияһына лайыҡ була.

2009 йылда Ришат Марат улының йәш кенә иңдәренә ҙур, етди вазифа йөкләтәләр. Яҙыусылар Союзы идараһы рәйесе Рауил Бикбаев уны ойошманың урынбаҫары итеп эшкә саҡыра.  Яҙыусылар Союзында эшләгән ваҡытта, кисен, эштән һуң, «Роксана» радиоһында «Йырым булһын бүләгем тапшырыуы»н алып бара. Был осорҙа тағы ла сәмләнеп, дәртләнеп ижад итә ул.

2011 йылдан Башҡортостан гәзите редакцияһы директорының дөйөм һорауҙар буйынса урынбаҫары.  Ошо осорҙа, 2010-2013 йылдарҙа, Башҡортостан Республикаһы ҡарамағындағы  дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү  академияһында юриспруденция белгеслеге буйынса белем алырға ла өлгөрә.

2016 йылда Өфөлә үткән яҡташтар  сараһының алып барыусыһы һәм сара ойоштороусыһының береһе була.                           

Үрҙәр еңел яуланмай. Ришат Дихин да төрлө йылдарҙа, төрлө вазифалар башҡара.  «Һәр эшләгән урында үҙеңде йәлләмәй эшләргә», тигән принцибына тоғро ҡала. 2014-2017 йылдарҙа  Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортоноң ойоштороу методик эше буйынса бүлек методисы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының мәғлүмәти-аналитик эштәре бүлеге начальнигы урынбаҫары, һуңыраҡ ул үҙе ошо бүлекте етәкләй.

2017 йылда Киров районы «Торлаҡ хужалығы идаралығы» акционер ойошмаһына юрист-консультант булып урынлаша. Шәрек телеканалында эшләй,

Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары һәм мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын  да башҡара.

Шулай итеп, Ришат Марат улы  15 йылдан һуң , Өфө, Ағиҙел ҡалаларында  арыу ғына тәжрибә туплап, 2019 йылды  үҙенең тыуған районына  хакимиәт башлығы  итеп тәғәйенләнә һәм ең һыҙғанып эшкә тотона. Тәүге көндән үк ул үҙен телһөйәр, илһөйәр, талапсан, маҡсатсан, районы өсөн янып торған етәксе итеп күрһәтте. Ришат Марат улы ике йыл эсендә районыбыҙҙы төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарып өлгөрҙө...

          Йәш етәксе районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса ла күп көс һала. “Инвестиция сәғәте” ултырыштарында, үҙ эшен асырға теләүселәр менән осрашып, бизнес проекттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.  Белем биреү учреждениялары етәкселәрен дә төрлө гранттар  конкурстарында ҡатнашырға өндәй.  Уларға Рәсәй Федерацияһы Президенты грантында ҡатнашыу буйынса,  Өфөнән белгестәр саҡыртып методик ярҙам күрһәтә. Шуныһы ҡыуаныслы, районыбыҙҙың белем биреү учреждениелары үҙҙәренең төрлө тематик йүнәлештәге проекттары  менән ошо конкурста ҡатнашып, грант алыуға эйә булалар.

Район  хакимиәте башлығы булып эшләү дәүерендә  башҡорт телен пропагандалауға, тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә, шәжәрәләребеҙҙе тергеҙеүгә, халҡыбыҙҙы милли асылына ҡайтарыу буйынса ла Ришат Марат улы күп көс һалды.  “Маҡсатым – Асҡын ерен барлыҡ республикаға танытыу һәм республи­каның төньяҡ баш ҡалаһы кимәленә күтәреү”, - тип әйтә  ул “Йәшлек” гәзитенә биргән әңгәмәһендә.

Район башҡорттары ҡоролтайы эше лә нәҡ ул ҡайтҡас йәнләнде, яңыса һулыш алды.

Эйе, Ришат Марат улы  бар булмышы менән халҡым тип йәшәгән кеше ине. Һис шикһеҙ, ошо ике йылда ул бар көсөн, дәрт-дарманын яҡташтарының тормошон яҡшыраҡ итеүгә бағышланы, фәҡәт яҡты маҡсаттар менән, ҙур пландар ҡороп йәшәне...

Һис шикһеҙ, Ришат Марат улы  халҡының лайыҡлы улы булды, был ҡунаҡ ҡына фани донъяла сағыу эҙ ҡалдырҙы. Иң мөһиме, уның изге эштәрен, матур башланғыстарын дауам итеүсе йәш быуын үҫеп килә.

 

Наилә Имаева.

Ришат Дихиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Ришат Дихиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Ришат Дихиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Ришат Дихиндың яҡты иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: