Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
12 Февраль 2023, 10:00

Батыр райондашыбыҙ иҫтәлегенә

Иҫке Ҡолсобай ауылында асыҡ район саңғы ярышы үтте

Батыр райондашыбыҙ иҫтәлегенә
Батыр райондашыбыҙ иҫтәлегенә

Украиналағы махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған Марсель Байрамовҡа арналған асыҡ район саңғы ярышы үтте. Уҙыш яҡташыбыҙҙың тыуған көнөнә тура килтереп үткәрелде.
Марсель бала саҡтан спорт менән шөғөлләнгән, ҡыҫҡа ғына ғүмер юлының күп өлөшөн саңғы спортына бағышлаған. Ул район, республика кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған. Ауылдаштары батыр егет иҫтәлегенә йыл да бәйге үткәрергә ҡарар иткән.
Тантаналы сарала хөрмәтле ҡунаҡтар — СССР-ҙың фехтование буйынса спорт мастеры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры, Башҡортостандың фехтование федерацияһы рәйесе Евгений Иванович Емельянов, Башҡортостандың биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе директоры Виктор Анатольевич Никитин, Мишкә районы хакимиәте башлығы Павел Владимирович Трапезников ҡатнашты. Улар ярышта ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләне һәм лайыҡлы ул үҫтергәндәре өсөн Марселдең ата-әсәһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
“Яҡташыбыҙ, батыр улыбыҙ Марсель Байрамовты һуңғы юлға оҙатҡанда беҙ уның исемен мәңгеләштерергә, уның ҡылған батырлығын онотмаҫҡа һүҙ биргәйнек. Бөгөн хөрмәтле райондашыбыҙҙың тыуған ауылында уның иҫтәлегенә беренсе тапҡыр асыҡ район саңғы ярышы үтә. Марсель Байрамов яҡташтары, йәш быуын өсөн батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ өлгөһө булып тора. Бындай сараны йыл да уҙғарасаҡбыҙ”, — тине үҙ сығышында Павел Трапезников.
Артабан сарала ҡатнашыусылар Марсель Байрамовҡа арнап асылған мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалды. Мәртәбәле ҡунаҡ Виктор Никитин сараға буш ҡул менән килмәгән: Үҫмерҙәр һәм йәш спортсылар мәктәбенә саңғылар бүләк итте.
Ярышта Мишкә, Бөрө, Борай, Ҡариҙел һәм башҡа райондарҙан, Яңауыл, Нефтекама, Дүртөйлө ҡалаларынан 133 спортсы ҡатнашты. Ҡаты һыуыҡ та, оҙон юл да был спорт төрөн яратыусыларға ҡамасауламаны, сөнки саңғы спорты ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәтә, маҡсатыңа ирешергә көс бирә.
Мишкә районының спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Николай Анатольевич Зәйнетдинов, батыр егетебеҙҙең апаһы Стелла Леонидовна Байбирҙина ярышта призлы урындар яулаусыларға грамота, бүләктәр һәм миҙалдар тапшырҙы.


Серафима Яндугушева.
Тымбай ауылы.

Батыр райондашыбыҙ иҫтәлегенә
Батыр райондашыбыҙ иҫтәлегенә
Батыр райондашыбыҙ иҫтәлегенә
Автор:
Читайте нас: