Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Октябрь 2022, 12:50

Үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары менән бүләкләнде

Бөгөн районыбыҙҙа Украинала хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ — Ҡашҡа ауылының лайыҡлы улы,  контракт хеҙмәте ефрейторы Илнур Назим улы Ғабтрахмановты һуңғы юлға оҙаттылар.

Үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары  менән бүләкләнде
Үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары менән бүләкләнде

Матәм сараһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев, район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Илнурҙың хеҙмәттәше, өлкән лейтенант Алексей Зотов, Асҡын һәм Ҡариҙел райондары буйынса хәрби комиссар Александр Аксенов, район етәкселәре,  “Йәш армиясылар”, һалдаттың яҡындары, дуҫтары, ауылдаштары, класташтары ҡатнашты.

  • Бөгөн Асҡын районында Ҡашҡа ауылының лайыҡлы улы, ефрейтор Илнур Назим улы Ғабтрахмановты һуңғы юлға оҙатабыҙ. Әлбиттә, бик йәл, йәшлектән сығып та бөтмәгән егеттәр менән хушлашырға тура килә – уға бары 27 йәш булған. Бик йәл! Әммә бөгөн беҙ уға һәм ошондай меңәрләгән егеттәргә рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Улар тыуған илебеҙҙе, беҙҙе яҡлай, үҙҙәренең хәрби  бурыстарын үтәй, — тине Искәндәр Әхмәтвәлиев.

Динис Рәдис улы һалдаттың ата-әсәһе — Назим Үәғитйән улы һәм Зөбәйҙә Хөснимәрҙән ҡыҙы менән осрашып һөйләште, ауыр ҡайғыларын уртаҡлашты.  Илнур кеүек егеттәрҙең Ватанды һаҡлауҙа ысын ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ өлгөһө булыуын билдәләне, яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында белдерҙе.

Шулай уҡ ауылдаштары исеменән ветеран уҡытыусы Рәүидә Ғәлимова  сығыш яһап, Илнурҙың аҡыллы, тырыш, ярҙамсыл булыуын, мәктәптә тырышып уҡыуын билдәләп, ата-әсәһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Ефрейтор Илнур Назим улы Ғабтрахманов 1995 йылдың 30 июнендә Коми Республикаһының Усинск районы Парма ҡасабаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. 1998 йылда  Асҡын районының Ҡашҡа ауылына йәшәргә ҡайталар. 2002-2013 йылдарҙа Ҡашҡа мәктәбендә белем ала. 2013 йылда Асҡын 96-сы һөнәрселек училищеһына “Ауыл хужалығы етештереүендә электр йыһаздарын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер” белгеслеге буйынса уҡырға инә.

Мәктәптә һәм училищела уҡыған саҡта Илнур үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, спорт менән шөғөлләнә. Дуҫтары, тиҫтерҙәре уны ярҙамсыл, ышаныслы  булғаны өсөн ярата һәм ихтирам итә. Атаһы, туғандары өсөн ул ныҡлы терәк була.

Атаһы Назим Үәғитйән улы — 1967 йылдың 20 майында, үгәй әсәһе Зөбәйҙә Хөснимәрҙән ҡыҙы 1959 йылдың 13 октябрендә тыуған. Ғаилә Ҡашҡа ауылында йәшәй.

Илнур 2013 йылда Асҡын районы хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә алына. Уны намыҫ менән үтәгәндән һуң контракт буйынса хеҙмәт итергә килешеү төҙөй.  Украинала махсус хәрби операция башланыу менән Донецк һәм Луганск республикалары халҡы тыныслығын һаҡларға беренселәрҙән булып йүнәлтелә. Мото-уҡсылар батальоны составында тәьмин итеү взводының эвакуация бүлеге өлкән мастеры булып хеҙмәт итә.

Ҡыйыу яҡташыбыҙ ағымдағы йылдың 28 сентябрендә хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк була. Ҡаһарманлығы өсөн юғары хәрби наградалар —  Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары  менән бүләкләнде.

Илнур Назим улы Ҡашҡа ауылы зыяратында ерләнде.

Тыныс йоҡла, Илнур! Ауыр тупрағың еңел булһын!

 

Илһөйәр Махатова.

Үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары  менән бүләкләнде
Үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары  менән бүләкләнде
Үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары  менән бүләкләнде
Үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары  менән бүләкләнде
Үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары  менән бүләкләнде
Үлгәндән һуң Батырлыҡ һәм Шайморатов ордендары менән бүләкләнде
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: