Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
2 Сентябрь 2022, 09:17

Исемдәре мәңгеләштерелде

Белем көнөндә, Штәнде һәм Түбән Һикеяҙ ауыл мәктәптәрендә Украинала барған махсус операция барышында һәләк булған Зөфәр Зөлфәт улы Вахиев һәм Тимур Радик улы Нухов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

Исемдәре мәңгеләштерелде
Исемдәре мәңгеләштерелде

Зөфәр Вахиев —  күптәр өсөн батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө.

Украинала махсус операция барышында батырҙарса һәләк булған. Мата ауылында тыуып, Нефтекама машина төҙөү колледжында  белем ала. Колледжды тамамлағандан  һуң  контракт буйынса Рәсәйҙең хәрби көстәрендә  хеҙмәт итә. Зөфәр Вахиев кеүек Тимур Нуховта та Украинала төпләнгән фашистарға, милләтселәргә ҡаршы көрәштә ғүмерен аямай көрәшкән геройҙар исемлегендә.

Тимур Радик улы Ташлы –Йылға ауылында тыуып, шулай уҡ Нефтекама машина төҙөү колледжында  белем ала.Ул 90-сы  Витебск-Новгород танк девизияһы радиотехник разведка бүлегенең өлкән операторы булып хеҙмәт итә.

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән рядовой Зөфәр Зөлфәт улына һәм Тимур Радик улына үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены  бирелде.

 

Гөлназ Ғәлләмова.

Исемдәре мәңгеләштерелде
Исемдәре мәңгеләштерелде
Исемдәре мәңгеләштерелде
Исемдәре мәңгеләштерелде
Исемдәре мәңгеләштерелде
Исемдәре мәңгеләштерелде
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас в