Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
2 Сентябрь 2022, 12:37

Хәтер фәрештәһе

Бөгөн Балтас район Мәҙәниәт һарайында Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнөнә бағышланған “Хәтер фәрештәһе” исемле сара үтте.

Хәтер фәрештәһе
Хәтер фәрештәһе

 Уҡыусыларға Бесландағы Бөтә Рәсәй халҡы өсөн ҡара ҡайғы булған, шулай уҡ башҡа илдәрҙәге ваҡиғалар тураһында һөйләнде, тынлыҡ минуты менән террорҙар ҡорбандарын хәтергә алынды, террористик акт хәүефе янағанда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре иҫкә төшөрөлдө һәм “Әгәр ҙә һин аманатҡа эләкһәң” тигән буклеттар таратылды. Таратҡан буклеттарҙа шикле әйберҙәргә ҡағылмаҫҡа, шартлау, янғын осраҡтарынан нисек ҡотолоу, үҙеңде тотоу, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, ҡайҙа мөрәжәғәт итеү кеүек осраҡтарҙы күҙ уңында тотоп эшләнгән. Руслан Халиковтың “Мин йәшәргә теләр инем”, Әлфинә Нуркаеваның “Балаларҙан ҡояшты тартып алмағыҙ” тип исемле йырҙары урынлы булды.
Илебеҙ тыныс булһын, бәлә-ҡазалар, көтөлмәгән бәхетһеҙлектәр беҙҙең һәммәбеҙҙе урап үтһен.

 


Гөлназ Ғәлләмова.

Хәтер фәрештәһе
Хәтер фәрештәһе
Хәтер фәрештәһе
Хәтер фәрештәһе
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: