Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Март 2022, 11:13

Асҡыныбыҙ ғорурлығы ине...

Бөгөн Урмияҙ ауылында Ришат Марат улы Дихиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланған саралар уҙа.

Асҡыныбыҙ ғорурлығы ине...
Асҡыныбыҙ ғорурлығы ине...

Асҡын районын үҫтереү, халҡының тормошон яҡшыртыу өсөн дәртләнеп, яңынан-яңы идеялар менән янып-көйөп эшләп йөрөгән еренән бер йыл элек, көтмәгәндә, 33 кенә йәшендә,  мәңгелеккә китеп барҙы Ришат Марат улы. Асҡын районы хакимиәте башлығы вазифаһында ике йыл эшләү дәүерендә районыбыҙ һиҙелеп алға китте, тормош гөрләп-ҡайнап торҙо. Ошо ике йыл эсендә ул үҙен рухлы, талапсан, үҙ еренең ысын патриоты булған етәксе итеп танытып өлгөрҙө...

Хәтер кисәһенә  район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, баш ҡалабыҙҙан Ришат Марат улының  яҡын дуҫы, курсташы, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто медиа-директоры Айнар Байбулатов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә, журналист, “Аҡбуҙат” балалар журналының  баш мөхәррире Лариса Хашим ҡыҙы Абдуллина  килде. Шулай уҡ сарала  район етәкселеге, Ришат Марат улының әсәһе Розалия Нәҡип ҡыҙы, тормош иптәше Гөлназ Рәзиф ҡыҙы, яҡындары, туғандары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре, ауылдаштары ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙы   Урмияҙ урта мәктәбендә  ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы  Ирғәлин менән белем усағы директоры Резеда Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова ҡаршы алды. Мәктәп буйлап ойошторолған  экскурсия  барышында уҡыу кабинеттары, унда тыуҙырылған шарттар  менән танышҡандан һуң, мәктәп музейына инделәр. Бирелә Ришат Марат улына бағышланған мөйөш (уголок) асылды.

Артабан саралар ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Был хаҡта киләһе материалдарҙа уҡырһығыҙ.

Авторы: Наилә Имаева.

Асҡыныбыҙ ғорурлығы ине...
Асҡыныбыҙ ғорурлығы ине...
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: