Түбәнге Ҡарыш мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл халҡы «Блокада икмәге» дөйөм Рәсәй акцияһына ҡушылды. Акция Ленинградты дошман ҡамауынан тулыһынса азат итеү көнөнә арналды.
Сара барышында ауыл халҡына мәғлүмәт материалдары һәм «Блокада икмәге» таратылды. Акция юғары хис-тойғоға һәм илһөйәрлек күтәренкелеге менән үтте һәм үҙенең төп бурысын үтәне - үткәндәрҙең ваҡиғаларын ысынбарлыҡ менән бәйләп, Еңеүҙең төп ҡиммәттәрен еткереп һәм уртаҡ тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалырға: кешеләрҙең ҡаһарманлығын, ата-бабаларыбыҙҙың батырлығын, ил өсөн ғорурлыҡты, үткәндәрҙең тарихына хөрмәтте һаҡларға.
Гөлназ Ғәлләмова.