Йәнтөйәк
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Күренекле яҡташтарыбыҙ
14 Октябрь 2023, 09:00

Бәләкәй ауылдың ҙур ҡыҙы

республикабыҙҙы данлап, хеҙмәт һәм тормош юлын лайыҡлы үткән

Бәләкәй ауылдың ҙур ҡыҙы
Бәләкәй ауылдың ҙур ҡыҙы

Беренсе тапҡыр уның фоторәсемен Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында “Беҙҙең ғорурлыҡ” тигән стендта күрҙем. Таныш фамилияны уҡығас, аптыраным: күрше Һабанкүл ауылы ҡыҙы бит. Бәләкәй ауылдың шундай ҙур шәхесе булһын әле! Ата-әсәһенең генә түгел, бөтә республиканың ғорурлығы. Уның менән танышҡым, һоҡланыуымды белдергем килде.

Ваҡыт беҙҙе көтмәй, был көнгә 40 йыллап ваҡыт үтте. Ниһайәт, йортом ҡаршыһында ниндәйҙер илаһи көс 82 йәшлек һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙ менән осраштырҙы. Һеҙҙе лә таныштырғым килә Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре кандидаты, “Башҡорт дәүләт медицина университетына тоғролоҡ өсөн” миҙалына лайыҡ булған Фәнзиә Мөғәллим ҡыҙы Байбаҙарова менән.
Ябайлығы, йомшаҡ ҡына һөйләшеүе нәҫелдән киләлерме, әллә табип булыуынанмы... Һуғыш йылдары балаһы ул. Әсәһе — ябай колхозсы, атаһы — фронттан ҡайтҡан ауыл Советы рәйесе.
1-се класҡа уҡырға барыу ауылда йәшәгән йылдарҙың хәтирәһе булып ҡалған уның хәтерендә. Ғаилә Златоуст ҡалаһына күскәс, ҡыҙ ете йыллыҡ мәктәпте, артабан медицина училищеһын “бишле” билдәләренә генә тамамлай. Ике йыл шәфҡәт туташы булып эшләгәс, Өфө дәүләт медицина институтын тамамлай.
Фәнзиә Мөғәллим ҡыҙының юғары дәрәжәлә яуаплы белгес булыуын эшләгән урыны уҡ белдерә. Алты йыл Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында баш табип урынбаҫары, Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡытыу, 100-ҙән артыҡ фәнни хеҙмәт яҙыу — ябай ауыл ҡыҙы яулаған бейеклек.
Хеҙмәт юлы ғына түгел, ғаилә тормошо ла ихтирамға лайыҡ. Яратҡан егетенә кейәүгә сығып, ике ул үҫтерәләр. Бер улдары Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай. Ейәндәре лә табиптар династияһын дауам итеп, ошо мәртәбәле уҡыу йортонда белем ала.
Фәнзиә Мөғәллим ҡыҙы уҡытыусы-остаз булараҡ, студенттарына төплө белем биргән, үҙ тәжрибәһе менән дә тулыһынса уртаҡлашҡан. Тимәк, остаз үҙ заманынан алдараҡ атлаған һәм йәш белгестәрҙе артынан эйәртә алған. “Табип һәм педагог таланты Фәнзиә Мөғәллим ҡыҙына Хоҙайҙан бирелгән”, — ти бөгөн күренекле табип булған күп студенттары остаздары хаҡында. Шундай хеҙмәт юлы үткәненә үҙе лә хөрмәтле табип Хоҙайға рәхмәтле.
Фәнзиә апай Байбаҙарова инде хаҡлы ялда. Уның яҡты йөҙө, яҡшы һүҙе бөгөн дә тәнгә һәм йәнгә дауа. Һис шикһеҙ, аҡ халатлылар араһында аҡ елкәнле маяҡ ул!
Күрәһең, генетик хәтер тарта уны йәнтөйәгенә. Һирәк булһа ла туғандары менән осрашып, хәлдәрен белә. Башҡаса булыу мөмкин дә түгел: нәҫеле шәжәрәһенең айырым бер биҙәге бит уның күркәм исеме. Йәнтөйәгенең көтөп алған ҡыҙы ул Фәнзиә Байбаҙарова.


Алия Камалиева.
Киҙәсе ауылы.

Бәләкәй ауылдың ҙур ҡыҙы
Бәләкәй ауылдың ҙур ҡыҙы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: