Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Май , 11:22

Бөрө ҡалаһында туристик-мәғлүмәт үҙәге асылды

Башҡортостандың Бөрө ҡалаһында "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты ярҙамында туристик-мәғлүмәт үҙәге эшләй

Бөрө ҡалаһында туристик-мәғлүмәт үҙәге асылды
Бөрө ҡалаһында туристик-мәғлүмәт үҙәге асылды

Башҡортостандың Бөрө ҡалаһында "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты ярҙамында туристик-мәғлүмәт үҙәге асылды. Был хаҡта Бөрө районы хакимиәтендә хәбәр иттеләр.


Үҙәк хеҙмәткәрҙәре туристарҙың бөтә һорауҙарына яуап бирәсәк һәм турҙы һайларға ярҙам итәсәк. Ҡала ҡунаҡтары туристик-мәғлүмәт үҙәгенән кәрәкле мәғлүмәтте үҙҙәре лә ала аласаҡ. Бының өсөн стойкала сенсор панеле ҡуйылған. Уның ярҙамында төп иҫтәлекле урындарҙы, уларҙың адресын һәм эш режимын табырға, экранға төрлө мәҙәни, мәғариф һәм гастрономия маршруттарының интерактив картаһын сығарырға мөмкин.


Был панел аша, шулай уҡ, Бөрөнән сувенирҙар һатып алырға ла мөмкин. "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ" милли проекты инфраструктураны үҫтереүҙән, ҡорамалдар етештереүҙән, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләүҙән тыш Рәсәй һәм сит илдәр буйлап сәйәхәттәрҙе алға ебәрергә ярҙам итә. Туристар сифатлы хеҙмәт һәм яҡшы тәьҫораттар ала, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.


Фотолар: Бөрө район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Таңсулпан Байтимерова

Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: