Күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләге 2017 йылдың 31 декабренән һуң, әммә 2022 йылдың 31 декабренә тиклем тыуған өсөнсө һәм артабанғы һәр балаға өс йәше тулғанға тиклем түләнә. Ғаиләнең йән башына килеме хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың йәшәү минимумынан ике тапҡырға артмаҫҡа тейеш. (2024 йылдың 1 ғинуарынан – 29982 һум).
Пособие Башҡортостанда балаларға билдәләнгән йәшәү минимумы күләмендә түләнә. 2024 йылда ул 13340 һумға тиң.
Уны алыу өсөн Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең филиалына йәки Күп функциялы үҙәккә ғариза менән мөрәжәғәт итергә. Шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ла юлларға мөмкин.
Фото:З. Нартдинова