Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ғинуар , 10:00

Социаль түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар индексациялана

РФ Хөкүмәте Президент ҡушыуы буйынса 1 февралдән 40-тан ашыу социаль түләүҙе һәм пособиены  индексациялау тураһында ҡарар әҙерләне.   

Социаль түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар индексациялана
Социаль түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар индексациялана

 Ул балалы ғаиләләргә түләүҙәргә ҡағыла.  Мәҫәлән, бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие 24,5 мең һумға тиклем күтәрелә.  Бала ҡарау буйынса айлыҡ пособие ла арта. 

“Әсәлек капиталы”  беренсе бала тыуғанда 586,9 мең һумдан 630,4 мең һумға тиклем,   икенсе балаға (беренсе балаға алмаған осраҡта)    775,6 мең һумдан    834 мең һумға тиклем арта.  Әгәр ҙә ғаилә “Әсәлек капиталы”ның ниндәйҙер бер өлөшөн тотонған икән, уның ҡалғаны ғына индексацияланасаҡ. 

Инвалидтарға, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәт ветерандарына, Рәсәй Геройҙарына, Хеҙмәт Геройҙарына һәм башҡа граждандарға ла түләүҙәрҙең артыуы көтөлә. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Социаль түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар индексациялана
Социаль түләүҙәр, пособиелар һәм компенсациялар индексациялана
Автор:
Читайте нас: