1000 һумлыҡ банкнота Волга буйы федераль округына арнала. Бер яғында – Түбәнге Новгород ҡалаһы төшөрөлгән, икенсеһендә – Татарстан тематикаһы, унда Сөйөмбикә манараһын да күрерһегеҙ.
5000 һумлыҡта иһә – Урал федераль округы. Екатеринбургтағы “Европа – Азия” стелаһын, Силәбеләге – “Урал хаҡында риүәйәт” композицияһын, Салехардтағы “66 параллель” стелаһын табырға була.
Фото: РИА-Новости.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-10-16/ya-y-a-salar-yl-neshk-sy-a-yal-an-men-n-butama-y-3480367