Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Февраль 2023, 10:42

Инвесторҙарға Бөрө районы тәҡдим ителде

Тәҡдим ителгән майҙансыҡ Бөрө ҡалаһы янында урынлашҡан һәм газ, электрға, шулай уҡ автомобиль юлына тоташыу мөмкинлеге менән тәьмин ителгән.

Инвесторҙарға Бөрө районы тәҡдим ителде
Инвесторҙарға Бөрө районы тәҡдим ителде

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Үҫеш корпорацияһы потенциаль инвесторҙарҙы сираттағы буш инвестиция майҙансығы менән таныштырҙы. Төбәк әһәмиәтендәге «Өфө-Бөрө-Яңауыл» трассаһы буйында урынлашҡан ер участкаһының майҙаны ике гектар тәшкил итә, ә уның территорияһында планлаштырылған эшмәкәрлек төрҙәренең береһе булып яңы юл буйы сервисы объектын төҙөү һәм артабан файҙаланыу тора.

- Тәҡдим ителгән майҙансыҡ Бөрө ҡалаһы янында урынлашҡан һәм газ, электрға, шулай уҡ автомобиль юлына тоташыу мөмкинлеге менән тәьмин ителгән. Проектты ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә инвестор магазин, кафе, техник хеҙмәтләндереү станцияһы һәм автойыуыу менән күп функциялы юл буйы комплексын урынлаштыра аласаҡ. Бынан тыш, майҙансыҡ автомобилдәр ағымы юғары - тәүлегенә ике мең ярымдан ашыу машина эшләгән йәнле участкала урынлашҡан. Был клиенттарҙы комплексҡа йәлеп итергә һәм капитал һалыуҙарҙы тиҙ арала ҡапларға ярҙам итәсәк, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Хөкүмәте 2020-2024 йылдарға Юл яны сервисын үҫтереү концепцияһын раҫланы. Был өлкәлә эшҡыуарҙар өсөн махсус льготалы шарттар - инвестиция проектын өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү, ерҙе сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алыу һәм сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар биреү мөмкинлеге бар.

Производствоны локалләштереү өсөн инвестиция майҙансығын һайлағанда уңайлы шарттар булдырыу өсөн Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы эшкә республика майҙансыҡтары буйлап виртуаль турҙар әҙерләү инструментын индерҙе. 360 форматындағы интерактив һүрәт инвесторҙарға майҙансыҡтарҙың техник характеристикалары менән онлайн режимда танышырға мөмкинлек бирә.

- Тәҡдим ителгән инвестиция майҙансығы менән ҡыҙыҡһынған осраҡта, Корпорация белгестәре инвесторға муниципалитет вәкилдәре менән үҙ-ара эш иткәндә һәм дәүләт ярҙамы сараларын алыу өсөн документтар әҙерләгәндә төрлө яҡлап консультация һәм методологик ярҙам күрһәтәсәк, - тип өҫтәне Наил Ғәббәсов.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-02-17/investor-ar-a-b-r-rayony-t-dim-itelde-3147628
Инвесторҙарға Бөрө районы тәҡдим ителде
Инвесторҙарға Бөрө районы тәҡдим ителде
Автор:
Читайте нас: