Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Февраль 2023, 09:58

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа - дәүләт ярҙамы

Республика агросәнәғәт комплексында милли проект буйынса бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа  дүрт йылда дәүләт ярҙамы 1,1 миллиард һум тәшкил итте.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа - дәүләт ярҙамы
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа - дәүләт ярҙамы

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, дүрт йыл дауамында «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» төбәк проектын тормошҡа ашырыу барышында Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә 1 миллиард 108 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. Һөҙөмтәлә 272 яңы фермер хужалығы ойошторолдо, 82 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына ярҙам күрһәтелде, ә ҡулланыусылар кооперацияһына 7,8 мең яңы ҡатнашыусы йәлеп ителде.

- Дәүләт ярҙамы - ул ауылда хужалыҡ итеүҙең кесе формаларын үҫтереү өсөн етди стимул. Агросәнәғәт комплексы продукцияһын етештереүҙә уларҙың өлөшө юҡҡа ғына күтәрелмәй. Әйтәйек, бөгөн фермерҙар төбәктә тулайым ауыл хужалығы продукцияһының 18 процентын етештерә, ә ауыл хужалығы кооперативтарының 2022 йылда тулайым табышы 2,5 миллиард һум самаһы тәшкил итте, - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

2022 йылда «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары акселерацияһы» төбәк проекты сиктәрендә республиканың агросәнәғәт комплексында кесе хужалыҡ формаларына булышлыҡ итеү өс  йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырылған. Уларға «Агростартап» гранттары, ауыл хужалығы кооперативтарына һәм Компетенция үҙәгенә субсидиялар ҡарай.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Карима Усманова
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-02-08/b-l-k-y-m-urta-esh-yuarly-a-d-l-t-yar-amy-3135649
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа - дәүләт ярҙамы
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа - дәүләт ярҙамы
Автор:
Читайте нас: