Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Декабрь 2022, 11:00

Балалар пособиеһы ваҡытынан алда түләнәсәк

Ғаиләләргә социаль ярҙам сараларын түләүҙең берҙәм көнө Яңы йыл каникулдарына тура килә, шуға күрә пособиелар ваҡытынан алда күсерелә, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.

Балалар пособиеһы ваҡытынан алда түләнәсәк
Балалар пособиеһы ваҡытынан алда түләнәсәк

Социаль түләүҙәр һәм балалар пособиелары банктағы иҫәпкә 28 декабрҙә күсереләсәк. Уларҙы медицина ойошмаларына иртә иҫәпкә торған ауырлы ҡатындар, 8-17 йәшлек балаларҙың ата-әсәләре һәм йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләү буйынса пособие алыусылар ала.

Шул уҡ көндә чернобылселәргә, реабилитацияланған кешеләргә, транспорты булған инвалидтарға, хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль түләүҙәр түләнәсәк.

Автор:Айнур Акилов
https://shonkar.com/news/y-m-i-t/2022-12-23/balalar-posobie-y-va-ytynan-alda-t-l-n-s-k-3085071
Балалар пособиеһы ваҡытынан алда түләнәсәк
Балалар пособиеһы ваҡытынан алда түләнәсәк
Автор:
Читайте нас: