Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Декабрь 2022, 09:18

Алдағы йылға ла бюджет социаль йүнәлешле булып ҡала

Киләһе йылда ҡайһы өлкәгә күпме аҡса йүнәлтеү ҡарала?   

Алдағы йылға ла бюджет социаль йүнәлешле булып ҡала
Алдағы йылға ла бюджет социаль йүнәлешле булып ҡала

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында Башҡортостанда 2023 йылға бюджетты формалаштырыу мәсьәләһенә арналған тура эфир үтте, ул “Аңлатабыҙ. Башҡортостан" проектына ярашлы ойошторолдо.

Һорауҙарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанстар министры Лира Иғтисамова яуап бирҙе. Брифингты Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская  алып барҙы.

Бюджетты формалаштырыу мәсьәләһе мотлаҡ рәүештә халыҡ фекеренә таянып хәл итәлә. “Беҙ үҙ ҡарамағыбыҙҙан ғына сығып эш итмәйбеҙ. Төрлө министрлыҡтар, ведомостволар, уларға килгән мөрәжәғәттәр нигеҙендә эшләйбеҙ. Бюджет алдағы йылға ла социаль йүнәлешле булып ҡала”, - тип билдәләне Лира Закуан ҡыҙы.

Әйтергә кәрәк, эфир мәлендә Башҡортостан халҡы тура бәйләнештә республиканың финанстр министрына һорау бирә алды. Шулай уҡ алдағы йылға бюджетта социаль йүнәлештәргә сығымдарҙы күҙаллағанда быйыл башҡарылған проекттар хаҡында ла һүҙ барҙы. Мәҫәлән, Лира Иғтисамова белдереүенсә, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса ғына ла 730 миллион һумлыҡ 645 проект тормошҡа ашырылған. Бынан тыш, эфирҙа һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһендә барған үҙгәрештәр тураһында ла һүҙ барҙы.

Мәғариф өлкәһенә килгәндә, алдағы йылда Башҡортостанда был өлкәгә 71,1 миллиард һум йүнәлтеү планлаштырылған. Һауҡлыҡ һаҡлау өлкәһенә (бөтә финанслау сығанаҡтарын иҫәпкә алып) 104,7 миллиард һум бүлеү ҡаралған.

Әлбиттә, бюджет бик күп йүнәлеште, тормошобоҙҙоң һәр өлкәһен үҙ эсенә ала. 

Фото: скринг.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2022-12-20/alda-y-yyl-a-la-byudzhet-sotsial-y-n-leshle-bulyp-ala-3080733
Алдағы йылға ла бюджет социаль йүнәлешле булып ҡала
Алдағы йылға ла бюджет социаль йүнәлешле булып ҡала
Автор:
Читайте нас: