

“Яңылыҡтар” Рәсәй мәғлүмәт агентлығының халыҡ-ара мультимедиа майҙансығында үткән был сарала төбәктәрҙән һәм федераль спикерҙар, шулай уҡ башҡа дәүләттәрҙән ҡунаҡтар ҡатнашты.
Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Андрей Назаров Башҡортостандың илдең иҡтисади үҫеше буйынса бөтә мәсьәләләр теҙмәһен тикшереү менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусыларҙы бер майҙансыҡҡа йыйған беренсе тәбәк булыуын билдәләгән. Уның әйтеүенсә, 2007 йылда республикала донъяның туғыҙ иленән һәм илдең 20 төбәгенән вәкилдәр килгәйне.
“Йылдар уҙыу менән форумдың даирәһе киңәйә. Халыҡ-ара форум башланырға бер аҙна ҡалды, Өфө 15-се тапҡыр иҡтисади үҫеш буйынсы тәжрибә уртаҡлашырға ынтылған кешеләрҙең йыйыныу урынына әйләнәсәк. Форумдың программаһына 54 сара индерелгән, унда 500-ҙән ашыу спикерҙың сығыш яһауы көтөлә”, – тине Андрей Назаров.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.