

2023 йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы 8 проценттан ашыуға арта.
2023-2025 йылдарға федераль бюджетта ошо һәм башҡа социаль күрһәткестәр һалынған, тип хәбәр итә ТАСС Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуановҡа һылтанма менән.
«Киләһе йылда пенсия 1 мең һумға, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы иһә 8 проценттан ашыуға арта», — тине министр.
Хәрбиҙәргә килгәндә, барыһы ла ҡабул ителгән ҡарарҙар сиктәрендә бара, тип билдәләне Силуанов.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-12-01/byudzhet-lk-e-he-m-tk-r-rene-esh-ha-y-arta-3052575?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420