Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Октябрь 2022, 12:24

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам программаһы оҙайтыла

Был йәһәттән ниндәй саралар ҡаралған?

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам программаһы оҙайтыла
Күп балалы ғаиләләргә ярҙам программаһы оҙайтыла

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышында һуңғы геосәйәси ваҡиғаларға, шулай уҡ социаль-иҡтисади өлкәләге федераль яңылыҡтарға бәйле бурыстар ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының, Запорожье, Херсон өлкәләренең Рәсәйгә ҡушылыуы тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыуына килгәндә, "Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығына Башҡортостан менән илдең яңы төбәктәре араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләрен ҡарарға, аныҡ тәҡдимдәр индерергә кәрәк. Был тулыһынса дөрөҫ, уйланылған стартегик ҡарар. Беҙҙең туғандаш халыҡ, ниһайәт, тарихи Ватанына ҡайта", – тине Андрей Назаров.

“Федераль органдар ил Президенты иғлан иткән өлөшләтә мобилизацияға ярашлы ойоштороу эштәре алып бара. Үткән аҙнала оборона-сәнәғәт комплексы ойошмаларында эшләгән граждандарға хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы кисектереү тәртибе раҫланды. Был категорияға дәүләт оборона заказын үтәүгә йәлеп ителгән етәкселәр, белгестәр, эшселәр эләгә. Исемлекте эш биреүселәр саҡырыу пункттарына тапшыра”, – тип Премьер-министр Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министрлығына ошондай исемлекте төҙөүҙе контролгә алырға ҡушты.

Рәсәй Хөкүмәте күп балалы ғаиләләргә булышлыҡ итеү программаһын оҙайта, һөҙөмтәлә улар ипотеканы ҡаплау өсөн 450 мең һум аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Кредит килешеүен төҙөү ваҡыты 2024 йылдың 1 июленә тиклем оҙайтыла. Ошо маҡсатта федераль бюджетҡа 90 миллиард һум һалынған. Шулай уҡ быйылдан илдә “Герой әсә” исеме булдырылды. Ул ун бала табып үҫтергән әсәйҙәргә тапшырыласаҡ. “Ата-әсә даны” ордены менән наградланған атай-әсәйҙәрҙе аҡсалата бүләкләү ҙә ҡаралған, был маҡсатта федераль бюджеттан 31 миллион һум бүленгән. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына күп балалы ғаиләләр менән тейешле эш алып барырға ҡушты.

Рәсәй Хөкүмәте сәнәғәт технопарктары инфраструктураһын үҫтереү программаһын ғәмәлгә ашыра. Электрон әйберҙәр сығарыуға махсуслашҡан резидент компанияларға тәү сиратта ярҙам итеү күҙ уңында тотола. Яңы программаға 2025 йылға тиклем 7,2 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. Һәр төбәк өс йыл дауамында ошо маҡсатта йыл һайын 300 миллион һумға тиклем аҡса аласаҡ. Премьер-министр Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министрлығына ошо эште ойошторорға ҡушты.

Ауыл хужалыҡтарының иген культураларын үҫтереүгә һәм һатыуға киткән сығымдарының бер өлөшөн ҡайтарыу өсөн федераль бюджетта 10 миллиард һум ҡаралған. Аҡса 64 төбәккә биреләсәк.

– Башҡортостанға 586 миллион һум бүленә. Был йәһәттән беҙ илдә өсөнсө. Ауыл хужалығы министрлығынан был аҡсаны тулы күләмдә һәм билдәләнгән ваҡытта үҙләштереүҙе контролгә алыуҙы һорайым, – тине Хөкүмәт етәксеһе.

Һаулыҡ һаҡлауҙың ауылдарҙағы һәм ҡалаларҙағы беренсе звеноһын үҫтереү өсөн 46 төбәккә өс миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Ул махсуслашҡан автомобилдәр, ультратауышлы диагностика аппараттары һәм рентген комплекстары алыуға тәғәйенләнә. Аҡсаның бер өлөшө тиҙ йыйылған модулле конструкциялар төҙөүгә һәм медицина учреждениеларын капиталь ремонтлауға йүнәлтелә.

– Беҙҙең республикаға 84 миллион һумдан ашыу бүленәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына федераль аҡсаны ваҡытында үҙләштереүҙе тәьмин итеү мөһим, – тине Андрей Назаров.  

Мөһим сит ил тауары исемлегенә ингән юл техникаһын алыуға субсидияланған кредиттарҙың күләме 30 миллиард һумдан 120 миллиард һумға тиклем арттырылды. Был юл төҙөлөшө барышын күпкә тиҙләтәсәк. Андрей Назаров Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына мәғлүмәтте республиканың юл-төҙөлөш ойошмаларына еткерергә ҡушты.

Мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

Фото: https://totma.bezformata.com

Автор:Рәмилә Мусина
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-10-06/k-p-balaly-ail-l-rg-yar-am-programma-y-o-aytyla-2980133
Күп балалы ғаиләләргә ярҙам программаһы оҙайтыла
Күп балалы ғаиләләргә ярҙам программаһы оҙайтыла
Автор:
Читайте нас: