Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Август 2022, 17:00

Күрһәткестәрегеҙ яҡшы, тип баһаланы министр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев Башҡортостан дәүләт аграр университетына, Ауырғазы районына сәфәр ҡылды.  

Күрһәткестәрегеҙ яҡшы, тип баһаланы министр
Күрһәткестәрегеҙ яҡшы, тип баһаланы министр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев Башҡортостан дәүләт аграр университетына сәфәр ҡылды. Унда ҡунаҡтар генетика һәм эмбриология тармағында прогрессив технологиялар үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты һәм агротехнологиялар, урман хужалығы һәм аҙыҡ-түлек технологиялары факультетында булды.

Шул иғтибарға лайыҡ, Башҡортостан дәүләт аграр университеты Рәсәйҙең ошо йүнәлештәге иң яҡшы ун ВУЗ-ы исемлегенә ингән. Студенттар һигеҙ факультетта белем эстәй, университет комплексы алты заманса уҡытыу-лабораторияһы корпусын, һигеҙ дөйөм ятаҡты, 600 гектар тирәһе тәжрибә баҫыуын һәм ике меңдән ашыу гектарҙы тәшкил иткән урман фондын үҙ эсенә ала.

– Беҙ агрономдар, ветеринарҙар, ҡыҫҡаһы, ауылға кәрәкле булған башҡа белгестәр әҙерләйбеҙ, – тине Башҡортостан дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, Башҡортостан мәктәптәрендә 32 агрокласс төҙөгәндәр, уларҙа 600 бала уҡый. Уҡыу барышында уҡыусылар республикабыҙҙың алдынғы предприятиелары менән таныша, тәжрибә баҫыуына юллана, ғалимдар менән осраша.

Республикабыҙҙа донъя кимәлендә төҙөлгән Евразия ғилми-белем үҙәге сиктәрендә был университетта генетика һәм эмбриология тармағында прогрессив технологиялар үҙәге барлыҡҡа килгән. Маҡсаты – эш һөҙөмтәһен күтәреү һәм малсылыҡ тармағында импортҡа бәйлелекте кәметеү.

Радий Хәбиров һәм Дмитрий Патрушев ветеринар клиниканы һәм консультация-диагностиканы үҙәген ҡараны, ә аҙыҡ-түлек технологиялар факультетында ҡунаҡтарға уҡытыу-производство лабораторияһын күрһәттеләр.

Артабан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев “Урожай” компаниялар төркөмөнөң инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты, Ауырғазы районының Ишле ауылы янында ҡунаҡтар селекция-орлоҡсолоҡ үҙәгендә булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был проектты “Инвестиция сәғәте”ндә хупланылар. Дмитрий Патрушев табыш менән ҡыҙыҡһынды. “Урожай” компаниялар төркөмө былтыр үҫемлекселектән – өс миллиард, ә малсылыҡтан бер миллиард һум табыш алған. “Бик яҡшы күрһәткес”, – тине Дмитрий Патрушев.

Ҡунаҡтар был хужалыҡта барған ураҡ барышын күҙәтте. Радий Хәбиров һөйләүенсә, быйыл аграрийҙар дүрт миллион тонна иген культуралары йыйып алырға ниәтләй.  

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-08-06/k-r-tkest-rege-ya-shy-tip-ba-alany-ministr-2900239
Күрһәткестәрегеҙ яҡшы, тип баһаланы министр
Күрһәткестәрегеҙ яҡшы, тип баһаланы министр
Автор:
Читайте нас: