Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июль 2022, 09:24

Газ мәсьәләләре ҡаралды

Башҡортостанда әле өс меңгә яҡын тораҡта 1,4 миллион йорт менән фатирға тәбиғи газ үткәрелгән.

Газ мәсьәләләре ҡаралды
Газ мәсьәләләре ҡаралды

25 июлдә Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров төбәккә газ үткәреү, шул иҫәптән бюджет иҫәбенә төҙөлгән газ менән тәьмин итеү объекттарын “Газпром газ бүленеше” акционерҙар йәмғиәте балансына күсереү механизмдарнын тормошҡа ашырыу тураһында кәңәшмә үткәрҙе.

Андрей Назаров бөгөн Башҡортостанда өс меңгә яҡын тораҡта 1,4 миллион йорт  менән фатирға тәбиғи газ үткәрелеүе хаҡында әйтте.

- Газ үткәреү беҙҙә 84,2 процент тәшкил итә. Газ үткәреү федераль программаһы республикала 2006 йылдан эшләй. 14 йыл эсендә “Газпром” компанияһы инвестициялары 6,8 миллиард һумдан ашҡан. 80 тораҡ пунктына 31 ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлгән. 2025 йылға тиклем республикала газ менән тәьмин итеү һәм газификациялау программаһы сиктәрендә ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендә газ үткәргестәр проектлана һәм төҙөлә. Был 25 мең йортҡа газ үткәреү мөмкинлеген бирәсәк. Газ үткәреүҙең берҙәм операторы – “Газпром газификация” предприятиеһы төҙөлөштө финанслай. Уның дөйөм күләме 16,5 миллиард һум тәшкил итә, - тине Андрей Назаров.

Премьер-министр ил башлығы Владимир Путиндың газ үткәрелгән тораҡ пункттарында газ үткәргестәрҙе йорттары сигенә тиклем үткәрергә ҡушты, тип хәтергә төшөрҙө.

“Газпром межрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Альберт Лоҡманов хәҙер 2021 йылдан 2025 йылға тиклем масштаблы мәсьәләләр ҡуйылыуы хаҡында әйтте. Уның белдереүенсә, Башҡортостанда газ менән тәьмин итеү һәм газ үткәреү үҫеше программаһы был осорға 71 ҡасаба араһында 975 километр арауығындағы газ үткәргесте төҙөүҙе үҙ эсенә ала.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, министрлыҡ тарафынан тамамланмаған төҙөлөш күләмен кәметеү өсөн Хөкүмәт ҡарары тарафынан тамамланмаған объекттарҙы йәки уларға сарыф итергән сығымдарҙы алыу тураһындағы ҡағиҙәләр эшләнгән һәм ҡабул ителгән. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса 853,8 миллион һумлыҡ 401 объект иҫәпләнә.

Республиканың Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы тарафынан дәүләт милкенә ҡараған газ объекттарын “Газпром газ бүленеше Өфө” йәмғиәтенә күсереү буйынса саралар атҡарыла. Андрей Назаров Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына газ менән тәьмин итеү объекттарн “Газпром газ бүленеше” йәмғиәте менән республика Хөкүмәтенең ҡарарҙары проекттарын килешеүҙе, Ер һәм милек, Төҙөлөш һәм архитектура министрлыҡтарына газ менән тәьмин итеү объекттарын тапшырыу-ҡабул итеү акттарын ҡул ҡуйыуҙыиюлгә тиклем тәьмин итергә ҡушты.

Премьер-министр 277 ҡаҙанлыҡҡа ҡарата айырым юл картаһын формалаштырыу хаҡында әйтте. Уларҙы күсереү 2025 йылға тиклем газ үткәреү тураһындағы программа сиктәрендә ҡаралған.

Фото: pravitelstvord.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Газ мәсьәләләре ҡаралды
Газ мәсьәләләре ҡаралды
Автор:
Читайте нас: