Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Март 2022, 10:59

Ғаилә һәм ауыл ипотека программалары буйынса ставкалар үҙгәрмәй

2023 йылдың аҙағына тиклем барлыҡ оҙайлы төҙөлөштәр буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү, граждандарҙың законлы хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу бурысы тора.  

Рәсәй Президенты Владимир Путин ғаилә һәм ауыл ипотека программалары буйынсак ставкалар үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ (алты һәм өс процент), ә ташламалы ипотека ставкаһы 12 процент тәшкил итәсәк (был әлеге баҙарҙыҡына ҡарағанда ике тапҡырға кәм) тип белдерҙе. Бөгөнгө ябай булмағанн шарттарҙа граждандар мәнфәғәтендә һәм торлаҡ алыу мөмкинлеген һаҡлау маҡсатында ҡабул ителгән ҡарар. Саралар төҙөлөш тармағына ла ярҙам буласаҡ.

"Беҙҙең республика, коронавирус пандемияһының иҡтисади эҙемтәләренә ҡарамаҫтан, һуңғы йылдарҙа ҙур төҙөлөш майҙаны булды, проблемалы объекттар төҙөлөп бөттө. Торлаҡ йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу буйынса Волга буйы федераль округы буйынса – икенсе, ә ил буйынса етенсе урындабыҙ. Быйыл тәүге ике айҙа 595,5 мең квадрат метр (уҙған йылдың ошо ваҡытына ҡарата 41 процент) торлаҡ сафҡа индерелгән. Шул уҡ ваҡытта төбәктәрҙең яртыһында, шул иҫәптән Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта, йорттарҙы тапшырыу кәмегән", – тип уртаҡлаша үҙенең каналында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Андрей Назаров.

Премьер-министр белдереүенсә, санкциялар баҫым яһаған бөгөнгө шарттарҙа ла төҙөлөш тармағы эшмәкәрлеге һаҡланасаҡ, алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеү дауам итәсәк.

"Былтыр беҙ уларҙың һанын ете меңдән 3,9 меңгә тиклем кәметтек, 22 бәхәсле объект буйынса ҡарар ҡабул иттек. 2023 йылдың аҙағына тиклем барлыҡ оҙайлы төҙөлөштәр буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеү, граждандарҙың законлы хоҡуғын ғәмәлгә ашырыу бурысы тора. Федераль сараларға өҫтәп, республика кимәлендә намыҫлы һәм ышаныслы төҙөүселәргә ер участкаларын ҡуртымға биреү, импортты алмаштырыуҙы ҡеүәтләү, үҙебеҙҙең төҙөлөш материалдарын етештереү һәм башҡа төр ярҙам итәсәкбеҙ. Иң мөһиме – Башҡортостан халҡы ваҡытында һәм сифатлы төҙөлгән йорттарына йәшәргә инһен, ә тармаҡ хеҙмәткәрҙәре килем сығанағын һаҡлаһын", – тигән Андрей Назаров.

Фото: ufaved.info

Автор:Рәмилә Мусина
Автор:
Читайте нас: