Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Март 2022, 12:37

Шәкәр ғәли йәнәптәре!

Татлы ризыҡ бөтәбеҙгә лә етәсәк. Тынысланайыҡ!

Шәкәр ғәли йәнәптәре!
Шәкәр ғәли йәнәптәре!

“Шәкәр алып өлгөрҙөңмө?” “Беҙгә шәкәр етмәне, ни эшләрбеҙ икән?” “Тоғо менән алдыҡ, беҙ бәхетле!” Һуңғы аҙналарҙа “шәкәр” һүҙе бөтә ил буйынса телдән төшмәй. Пандемия башланған мәлдә ҡарабойҙай, ярмалар тип иҫ китә ине, был юлы ни эшләптер шәкәр бик кәрәкле һәм ҡиммәтле тауарға әйләнде лә китте.

Нисек кенә булмаһын, ажиотаж һорауҙы беҙ үҙебеҙ тыу­ҙырабыҙ. Әгәр бөтәһе лә бер юлы магазиндарға йүгереп, күпләп был тауарҙы ала башламаһа, быға тиклем артып ятҡан татлыҡай бөтөр инеме икән? Белгестәр аңла­тыуынса, шәкәргә һорау инфля­цияға һәм кешеләрҙең төрлө ҡайнатмалар әҙерләү теләгенә бәйле. Быйыл күптәр баҡсала­рында йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтерергә ниәтләй. Тимәк, ҡышҡы­лыҡҡа әҙерләнгән ризыҡтар ҙа күберәк буласаҡ. Шулай булғас, шәкәр менән тоҙҙо алып ҡуйырға кәрәк...

 

Властар нимә ти?

 

Халыҡты борсоған был проблеманы илебеҙ Хөкүмәтендә лә, республика властары ла даими контролдә тота. Кешеләргә хәлдең ысынбарлыҡта нисек булыуын, күпме шәкәр запасы барлығын көн һайын тиерлек аңлатып торалар. Был аҙнала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә лә шәкәр проблемаһы һәм, ғөмүмән, республикала аҙыҡ-түлек баҙары торошо мәсьәләһе күтәрелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, төбәктә был мәсьәләне етештереү күләмен арттырыу иҫәбенә хәл итергә кәрәк.

“Беҙҙә шәкәр бар! Халыҡҡа ошоно аңлатыу мөһим. Әгәр был эште башҡарып сыға алмаһаҡ, бик оят буласаҡ. Республикала ике ҙур шәкәр заводы эшләп тора, ә эргә-тирәләге төбәктәрҙә – юҡ. Беҙгә шәкәр менән ҡытлыҡҡа юл ҡуйырға ярамай”, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итеүенсә, бөтә шәкәр етештереүселәр менән һөйләшеп килешелгән.

“Барыһы менән дә, беҙҙең ҡулланыусыларға шәкәр арзан хаҡ менән һатыласаҡ, тип килештек. Магазиндарҙа бер килограмы 80 һум булыр тип күҙ уңында тотолғайны. Тышҡы баҙарҙарға келәттәрҙән килоһын 85 һумдан ебәрәбеҙ. Был республика ҡулланыусыларына булышлыҡ итеү өсөн эшләнә”, – тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры һүҙҙәренсә, төбәктә шәкәр запасы етерлек. Әммә эшкәртеү һәм яңы миҙгелгә өҫтәмә запас булдырыу өсөн сеймал булмаған шәкәрҙе әҙерәк һатып алырға ҡарар ителгән.

Башҡортостанда шәкәр заводтары шәкәрҙе раҫланған ойошма­ларға ебәрә, улар тәү сиратта – республика сауҙа селтәрҙәре, икмәк бешереү һәм ­­кондитер тармағы етештереүселәре, күмәр­тәләп алып ваҡлап һатыусылар, ҙур булмаған икмәкханалар. Был хаҡта Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, көн һайын завод келәттәренән 550 тонна са­маһы шәкәр оҙатыла. Был йәһәттән эш темпы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ике тапҡырға артҡан.

Былтыр Башҡортостанда медицина нормалары буйынса ихтыяж­лыҡ 32 мең тонна тәшкил итә ине. Ә беҙҙә уның урынына 150 мең тонна шәкәр етештерелгән. Икенсе төрлө әйткәндә, шәкәр талап ителгәнгә ҡарағанда биш тапҡырға күберәк.

2022 йылдың 21 мартына ҡарата республиканың шәкәр заводтары келәттәрендә 36,8 мең тонна шәкәр һаҡлана. Шуның 18 мең тоннанан ашыуы – ҡайта­рылған, йәғни аграрийҙар заводҡа бирелгән шәкәр сөгөлдөрө урынына ҡайтарып алған шәкәр.

“Май аҙағына “Раевшәкәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сеймал шәкәр эшкәртеү эшен башларға ниәтләй. Айына 25 мең тоннаға тиклем сеймал эшкәрте­ләсәк. Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн етештереү күләмен арттырыу маҡсатында Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы беҙҙә шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәрен 35 мең гектарҙан 47 мең гектарға тиклем киңәйтеү бурысын ҡуйған”, – тине Рәмил Нуриәхмәтов.

Кәңәшмәлә дөйөм алғанда республиканың аҙыҡ-түлек баҙа­рындағы хәл дә ҡаралды. Рәмил Нуриәхмәтов беҙҙең төбәк төп аҙыҡ-түлек төрҙәрен етештерә тип белдерҙе. Шуның менән бергә ситтән килтерелгән йәшелсә-емештәргә ихтыяж бар, тине.

– 2021 йылда Башҡортостан агросәнәғәте 132 миллиард һумлыҡ продукция етештергән. Был Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында бишенсе урын, – тине Рәмил Нуриәхмәтов. – Быйыл да беҙ бер төркөм аҙыҡ-түлек продукттары буйынса етештереүҙең яҡшы артыуын күҙәтәбеҙ.

Урында етештерелгән тауар­ҙарҙы һатыуҙың мөһим каналы булып муниципаль ауыл хужалығы йәрминкәләре тора. Әйтәйек, 2022 йылда Өфөлә генә 76 йәрминкә үткән, унда 230 тоннанан ашыу ит һәм 20 тонна бал һатылған. Йәрминкәләрҙә 30 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.

– Уҙған шәмбелә, 19 мартта, Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙанда сираттағы киңәйтелгән йәрминкә үтте, унда етештереү­селәрҙең продукцияһы тәҡдим ителде. Шәкәрҙең килограмы 70-әр һумға һатылды, – тине Рәмил Нуриәхмәтов.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ профилле министрлыҡтарға һәм муниципалитеттарға ауыл хужа­лығы йәрминкәләрен даими уҙғарырға һәм хаҡтарҙы контролдә тоторға ҡушты.

– Һәр ҡалала һәм район үҙә­гендә ауыл хужалығы йәрмин­кәләре үтергә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Был ҡала халҡы өсөн бик мөһим, сөнки һайлап алырлыҡ хаҡтар менән яңы продукцияның ҙур ассортименты тәҡдим ителә.

Ил властары ла шәкәр проблемаһын контролдә тота. Бынан алда ғына Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы етәксеһе урынбаҫары Виктор Евтухов “Объясняем.рф” интернет-порталына шәкәр менән бәйле хәлде һәм уға хаҡтарҙы көйләү өсөн сауҙа селтәрҙәренең нимә эшләүе хаҡында һөйләне. “Шәкәр менән проблема юҡ, ул етерлек кимәлдә етештерелә. Экспортты тыйыу һәм ошо продукттың ирекле импорты тураһында ҡарар ҡабул ителеүен иҫәпкә алып, бөгөнгә ихтыяжлы тауар позицияһы менән өҙөклөктәр көтмәйбеҙ”, – тип белдерҙе Евтухов.

Ул, шәкәргә һәм тоҙға ихтыяж артыуы йорт хужалыҡтарының был тауарҙы һатып алырға ынтылыуына, шулай уҡ алыпһатарҙар эшмәкәрлегенә бәйле, тип билдәләне. Яһалма булдырылған паникаға ваҡлап һатыу магазиндары ла бирелә, улар үҙҙәренә тауарҙы ҡәҙимге хаҡҡа һатып алған, ә һатыуға хаҡын арттырып ҡуйған. Шул рәүешле ошо көндәрҙә хоҡуҡ һаҡлаусылар Ҡазанда спекулянтты ҡулға алған, ул 50 килограмлыҡ шәкәр ҡапсыҡтарын юғары хаҡҡа һатырға маташҡан. Полиция хеҙмәткәрҙәре һатыу­сының тейешле документтары булмауын асыҡланы, етмәһә, ул шәхси эшҡыуар йәки юридик шәхес сифатында теркәлмәгән.

 

Тынысланырға һәм көтөргә кәрәк!

 

Беҙгә көн һайын был йәһәттән проблемалар юҡ, ҡытлыҡ булмай, шәкәр бөтәһенә лә етәсәк тип тылҡып торалар. Әммә кешеләр барыбер тыныслана алмай. Был айырыуса ҡытлыҡта йәшәп өйрәнгән оло быуын вәкилдәренә хас. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл, әммә интернетта йөрөгән видеояҙмаларҙа башлыса пенсионер инәй-ағайҙар шәкәр өсөн “һуғыштар” ойоштора. Ә магазиндарға, айырыуса ваҡ кибеттәргә был ҡулай. Көн һайын күпләп алып торғас, ни өсөн уға хаҡты күтәрмәҫкә? Әлбиттә, күтәрелә. Ә хаҡтар артҡан һайын кешеләр нығыраҡ ығы-зығыға бирелә һәм башҡаларҙы ла ҡорсота-ҡорсота магазинға йүгерә. Бер түңәрәк буйлап тик йөрөйбөҙ. Ни бары тынысланып, был тауарҙы алмай торорға ғына кәрәк, баҙарҙа хәл үҙенән-үҙе яйға һалыныр ине.

Мәҡәләне юҡҡа ғына пандемия осорондағы хәлдәрҙе иҫкә төшөрөүҙән башламаныҡ. Унда ла бар донъя менән билдәһеҙлек алдында тороп ҡалғайныҡ. Нимә эшләргә белмәгән кешеләр магазиндарға йүгерҙе, күпләп ҡарабойҙай һәм башҡа ярмалар, бәҙрәф ҡағыҙҙары ала башланы. Әлбиттә, был тауарҙарға дефицит тыуҙы, һәм көндән-көн хаҡтар артты. Ығы-зығыға бирелгән кешеләр араһында намыҫһыҙ алыпһатарҙар ҙа байтаҡ. Улар ҙур магазиндарҙан арзан хаҡҡа күпләп тауар ала һәм аҙаҡ хаҡтарын әллә күпмегә арттырып һатып, кеҫәһен ҡалынайта. Бөгөн нисек? Бөтә төр ярма ла етерлек күләмдә, магазин кәштә­ләрендә тулып ята.

Ә быларҙан алдағы хәлде хәтерләйһегеҙме? Донъя бөтә тип май шәмдәре ала ине бит халыҡ. Хәҙер был ваҡытты көлөп иҫләргә генә ҡалды. Оҙаҡламай шәкәр менән дә хәл көлкө генә булып ҡалыр тип ышанайыҡ.

 

Дилбәр ҒИЛМАНОВА, Йылайыр районы:

– Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл күҙәтелә. Эт саба тип бет саба тигәндәй, беҙ ҙә тоҡтан ашыу шәкәр алып ҡуйҙыҡ. Быға тиклем ҡайнатмалар, компоттар миҙгеле алдынан ғына ала инек. Әле иһә бөтәһе лә шәкәр бөтә лә шәкәр бөтә тип әйтә башлағас, ҡурҡып алдыҡ. Хаҡы ҡиммәтерәк булды, тик йәй көнө бөтөнләй булмаһа, тип уйланыҡ.

 

Вәкил СОБХАНҒОЛОВ, Салауат ҡалаһы:

– Беҙ бал ашайбыҙ, ҡай­натма-компот ҡайнатырға баҡсабыҙ юҡ. Шулай булғас, ул шәкәр нимәгә кәрәк? Үҙемдең был ығы-зығыға бик иҫем китмәне лә, тик ҡатыным борсола. Әхирәттәре, коллегалары “шәкәр ал”, “шәкәр ал”, тип ҡолаҡ итен сереткән. Әйҙә лә әйҙә тигәс, бер көн ҡала буйлап сығып китеп, шәкәр эҙләнек. Дүртенсе магазинда таптыҡ һәм ике унар килограмлыҡ ҡап менән алып ҡуйҙыҡ. Тик уның беҙгә әллә ни кәрәге лә юҡ. Ни бары ҡатыным тынысланһын тип алдыҡ инде.

 

Гүзәл УРАЛОВА, Өфө ҡалаһы:

– Юҡ инде, кәрәкмәй шәкә­регеҙ. Минең әле пандемия ваҡытынан ҡалған дөгө менән борсағым ята ҡортлап. Шул саҡта паникаға бирелеп күпме артыҡ аҙыҡ-түлек алдыҡ. Һөҙөмтәлә әле һаман ашап бөтә алмайбыҙ, күп нәмәне иҫкертеп ташланыҡ. Башҡорт­останда йыл һайын баҫыу-баҫыу шәкәр сөгөлдөрө үҫтерәбеҙ, әйтерһең, етмәй ҡала инде. Дөрөҫөн әйткәндә, әллә ни шәкәр кәрәкмәй ҙә беҙгә, тәмлекәстәр бешергәндә генә тотонам. Бына әле уныһы ла бөттө, тик был ажиотаж бөткәнсе магазинға барып шәкәр эҙләмәҫкә булдым. Оҙаҡламай тынысланырҙар әле.

Фото:giper-pack.ru

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Шәкәр ғәли йәнәптәре!
Шәкәр ғәли йәнәптәре!
Автор:
Читайте нас: