

Былтыр йыл аҙағында бөтә район халҡы яратҡан “Ашхана” бинаһы яңыртылып, төҙөкләндерелде һәм уның урынында “Монетка” супермаркеты асылғайны. Уның менән йәнәшә булған “Гастроном” магазины бинаһында ла ошондай эштәр атҡарылып, кулинария кафеһы асылды.
Яңы сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуы объектын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин оҙатыуында “Башпотребсоюз” идаралығы рәйесе Венер Ильясов, “Смак” ҡулланыусылар ойошмаһы советы рәйесе Ирина Багманова ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе сығыш яһап, уңыштар теләне.
Кафе 30 урынға иҫәпләнгән, үҙенең пекарняһы ҡулланыусыларға кондитер һәм икмәк-булка изделиелары етештерәсәк. Оҫта ашнаҡсылар иһә салаттар һәм башҡа ризыҡтар әҙерләп ҡулланыусыларын ҡыуандырасаҡ. Шулай уҡ етәкселәр районда элек халыҡта ҙур һорау менән ҡулланылған лимонад, колбаса цехтарын яйға һалырға һөйләште. Кафеның банкет залында төрлө тантаналар үткәреү ҙә планлаштырылған.
Артабан ҡунаҡтар Байҡы ауылына барып, халыҡта “Байҡы икмәге” бренды менән билдәле булған пекарня эшмәкәрлеге менән дә танышты.
Гөлнара Солтанова.