

1992 йылға тиклем күмәк хужалыҡтарҙа, машина-трактор станцияларында, колхоз-ара предприятиеларҙа, совхоздарҙа, крәҫтиән хужалыҡтарында һәм ауыл хужалығы артелдәрендә эшләү, һөнәре, биләгән вазифаһына ҡарамаҫтан, ауыл стажына индереп иҫәпләнә. Пенсияға өҫтәмә аҡсаны үҫемселек һәм малсылыҡ тармаҡтарында мәшғүл булған граждандар ҙа аласаҡ. Шулай уҡ был ауыл хужалығы төп эше төрө булмаған структураларға ла
ҡағыла. Мәҫәлән, ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән ойошмала прораб, диспетчер һ.б.булып эшләү инә.
Фото:mn365.ru