Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Октябрь 2021, 19:30

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан бергәләп үҫешәсәк

Бөгөн республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров һәм Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов мөһим килешеү документтарына ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан бергәләп үҫешәсәк
Башҡортостан менән Ҡаҙағстан бергәләп үҫешәсәк

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә Ҡаҙағстан делегацияһы менән осрашыу уҙҙы. Улар ҙа Өфөгә байрам сараларында ҡатнашыу өсөн килгән. Радий Хәбиров үҙенең Ҡаҙағстанға эш сәфәре барышында йылы ҡабул итеүҙәре өсөн рәхмәт әйтте.

«Ҡаҙағстан менән иҡтисади бәйләнештәр Башҡортостан өсөн иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Иҡтисад, фән, мәғариф, мәҙәниәт һәм гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек юғары кимәлдә үҫешә. Улар үҙенә күрә бер матур традицияға әйләнә бара. Һәр ваҡыт осрашыуҙар дуҫтарса мөхиттә уҙа, — тине республика етәксеһе. — Беҙ артабан килешеүҙәрҙе тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Сәнәғәт ҡорамалдарын, ауыл хужалығы, еңел сәнәғәт тауарҙарын, техниканы экспортлауҙы, юғары технологиялы производстволар, логистик үҙәктәр төҙөүҙө ойошторорға тейешбеҙ. Барыһы ла килеп сығыр, тип ышанам. Беҙҙең Ҡаҙағстанға барып ҡайтыуға күп ваҡыт үтмәне, өс мөһим килешеү документын әҙерләргә өлгөрҙөк, бөгөн ҡул ҡуясаҡбыҙ».

Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов әйтеүенсә, Башҡортостан делегацияһының эш сәфәре бик уңышлы үткән.

«Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан барыһын да тейешле кимәлдә ойошторорға тырыштыҡ. Бөгөн өс документҡа ҡул ҡуябыҙ. Үҙебеҙ менән бизнес вәкилдәрен, иҡтисадты үҫтереү белгестәрен алып килдек. Бергә эшләйәсәкбеҙ, сәнәғәт һәм сауҙа кооперацияһын үҫтерәсәкбеҙ», — тине Бахыт Султанов.

Төбәк етәкселәре ауыл хужалығы, еңел сәнәғәт өлкәһендә бергә үҫешергә ниәтләй. Атап әйткәндә, Ҡаҙағстандың ауыл хужалығы предприятиелары республикабыҙҙың сауҙа майҙансыҡтарын йәшелсә-емеш продукцияһы менән тәьмин итәсәк, «Хәләл» индустрияһын үҫтерәсәк. Ә Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһын экспортлаясаҡ: шәкәр, иген, рапс, һөт һәм ит продукцияһы, йомортҡа. Бынан тыш, төбәктәр бер-береһенә минераль ашламалар оҙатыу мөмкинлеген өйрәнә. Ҡаҙағстан беҙҙә етештерелгән биопрепараттар һәм биоактив ашламалар менән ҡыҙыҡһына.

Бөгөн етәкселәр Башҡортостан-Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлеген үҫтереү буйынса юл картаһына, сик буйы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү үҙәген төҙөү тураһындағы меморандумға һәм Стәрлетамаҡ һәм Урал ҡалалары араһында хеҙмәттәшлек хаҡындағы юл картаһына ҡул ҡуйҙы.

«Һеҙ бик мөһим көндә, Башҡортостан Республика көнөн билдәгәндә килдегеҙ. Беҙ уңышҡа ирешербеҙ, тип ышанам. Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре бик ҙур», — тип тамамланы Радий Хәбиров.
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-10-11/bash-ortostan-men-n-a-a-stan-berg-l-p-esh-s-k-2541744?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас: