

Әлеге ваҡытта тура эфирҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ менән тура бәйләнеше башланып тора. Уны, алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV телеканалдарында һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең социаль селтәрендә тура эфирҙа ҡарарға була.
Быйыл Башлыҡтың халыҡ менән осрашыуы беренсе тапҡыр яңы урында – Республикаға идара итеү үҙәгендә үтә.
Алып барыусылар белдереүенсә, һорауҙар күп ерҙән йыйылған: башлыса социаль селтәрҙәрҙән килгән, видеоһорауҙар ҙа байтаҡ килгән.
Беренсе һорау уның кәйефенә бәйле булды.
– Тулҡынланыу менән килдем. Сөнки был тура эфир, төрлө хәлдәр булыуы бар. Тик был минең эшемдең бер өлөшө, халыҡ менән аралашырға, һорауҙарына яуап бирергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
– Былтыр ошондай һөйләшеү ваҡытында өс сәғәтлек аралашыу булғайны, быйыл рекорд ҡуясаҡбыҙмы, – тип һораны алып барыусы.
– Әгәр һорауҙар күп икән, барыһына ла яуап бирергә әҙермен. Рекордмы түгелме, эшләйәсәкбеҙ, – тине Башлыҡ.
Әйткәндәй, тәүҙә был сара матбуғат конференцияһы булырға тейеш ине, тик халыҡтың һорауҙары бик күп булыуы сәбәпле, уны тура бәйләнеш форматына үҙгәртергә булдылар.