Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
19 Март 2023, 09:56

Яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү хаҡы билдәле булды

Мишкә районында үткән агрономик конференцияла БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов 2023 йылдағы яҙғы сәсеүҙе ойоштороу хаҡы 22 млрд һум тәшкил итәсәк тип белдерҙе.

Яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү хаҡы билдәле булды
Яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү хаҡы билдәле булды

Былтырғы яҡшы уңыштың хаҡы төшкәс күп хужалыҡтар уны осһоҙға һатмаҫҡа булды. Улар игенде һаҡлауға һалған - һөҙөмтәлә тапмаҡта ливкидлыҡ етешмәүе күҙәтелә. Шул уҡ мәлдә яҙғы кампанияға орлоҡ, ашлама, ГСМ һатып алыу, техниканы ҡарау талап ителә.

Аҡса етешмәгән осраҡта уны займдар менән ҡапларға була. Әле министрлыҡ аграрийҙарға льготалы ҡыҫҡа ваҡытлы кредиттар юллауҙы әүҙемләштерҙе.

Семинарҙа тармаҡ белгестәре төньяҡ урманлы дала зонаһында сәсүеү тактикаһы буйынса фекер алышты. Бының кеүек саралар республиканың барлыҡ климатик зоналарында уҙа. Һөҙөмтәлә бирелгән шарттарға ярашлы сорттарҙы һайлау, тейешле технологияларҙы ҡулланыу яҡшы уңышҡа килтерә.

Автор:Айбулат Ишназаров
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-03-18/ya-y-s-se-esht-ren-tk-re-ha-y-bild-le-buldy-3182144
Яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү хаҡы билдәле булды
Яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү хаҡы билдәле булды
Автор:
Читайте нас: