Йәнтөйәк
+15 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Ғинуар , 09:17

Боҙло ямғырҙар яуасаҡ!

Сноптиктар февраль һәм март айҙарына һауа торошон фаразланы. 

Боҙло ямғырҙар яуасаҡ!
Боҙло ямғырҙар яуасаҡ!

Быйылғы ҡыш  аномаль йылы булыуы менән ғәжәпләндерә. Һалҡын көндәрҙең һанын бармаҡ менән иҫәпләп булаШул уҡ ваҡытта ҡышҡыһын плюс билдәһе менән бер нисә температура рекорды ҡуйыла.

Мәҫәлән,

4 ғинуарҙа метеорологтар һауа температураһының абсолют максимумын теркәгән-көндөҙ термометр бағанаһы +2,2 градус  күрһәткән. Бындай рекорд 60 йыл элек  ҡуйылған була.

Ҡыштың һуңғы һәм яҙҙың тәүге  айҙары нимә менән ҡыуандырасаҡРәсәй Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә,  уртаса һауа температураһы февралдә -11,7 градус тәшкил итәсәк. Мартта ла термометр бағанаһы уртаса  -5,1 градус күрһәтәсәк. Был айҙар өсөн һауа температураһы нормаға ярашлы, ти белгестәр.

Төбәктең гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы алдағы көндәрҙә йәнә аномаль йылы көндәр булыуын фаразлай.

Көндөҙ һауа температураһы -3, +2 градусҡаса күтәреләсәк. Шул уҡ ваҡытта күп итеп ҡар, епшек ҡар, боҙло ямғыр яуыуы, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, томан төшөүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы фаразлана.

 Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, бындай һауа торошо республикала кәмендә аҙна аҙағына тиклем һаҡланасаҡ.

Гисметео синоптиктары февраль айына яҡынса фараз бирә

Уларҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, аномаль һыуыҡтар көтөлмәй. Төндә һауа температураһы -17 градустан түбән төшмәйәсәк, көндөҙ 0-дән -8 градусҡа тиклем  булыуы фаразлана.

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Автор:
Читайте нас: