Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Май , 16:28

Көндәр йылыта

Ниһайәт, республикала йылы көндәр башлана. 

Көндәр йылыта
Көндәр йылыта

Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында +25 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә.

Алдағы көндәрҙә Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында +25 градусҡаса йылыта, тип хәбәр иттеләр төбәк синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +18, +23 градус.

Шаршамбы, 29 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, төндә яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7, +12 градус, аяҙытҡанда +2 градусҡа тиклем. Көндөҙ +20, +25 градус, төньяҡ-көнсығышта +15-кә тиклем.

Кесаҙна, 30 майҙа, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар фаразлана. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7, +12 градус, аяҙытҡанда +2 градусҡа тиклем. Көндөҙ +20, +25 градус, төньяҡ-көнсығышта +15-кә тиклем.

Автор фотоһы

Автор:Карима Усманова
Автор:
Читайте нас: