Бөтә яңылыҡтар
Экология
31 Октябрь 2023, 16:26

Шифалы эсемлек

Кире эҙемтәләр сыҡмаһын өсөн был рецептарҙы профилактика маҡсатында ғына ҡулланырға тәҡдим ителә.  

 Прополис. Әллә ниндәй ҡыйбатлы тамаҡ ауыртыуынан тип һатылған дарыуҙарҙан  бер киҫәк прополис файҙалыраҡ. Беренсенән, ул ауыҙ эсендәге һәм эсәктәге бактерияларҙы үлтерә. Икенсенән, ул һыҙланыуҙы баҫа.  Грипп һәм һыуыҡ  тейгән осраҡта бер аҙ хәлде яҡшырта. Өсөнсөнән, иммунитетты нығыта. Эпидемия осоронда организмды төрлө вирустарҙан һаҡлай.

Алоэ. Яңы ғына һығып алынған был мөғжизәле  үҫемлектең һуты танау эсендәге йомшаҡ тирене дымландыра һәм тымауҙы бөтөрөргә ярҙам итә

Башлы һуған менән ингаляция яһау. Күптәр танау тонған саҡта танауға һутын тамыҙа. Әммә һуған менән һаҡ булығыҙ: әсе һуты танау эсендәге тирене яндырыуы ихтимал. Һыу ҡайнатып, ҙур ғына башлы һуғанды 4-кә бүлеп ҡырҡырға һәм һыуға һалырға кәрәк. Ошо пар менән тын алырға кәңәш ителә.

Һарымһаҡ. Был үҫемлек, һис шикһеҙ, кеше һаулығы өсөн һанап бөткөһөҙ файҙа килтерә. Бер нисә минут эсендә ауырыу килтереүсе микроорганизмдарҙы ла үлтерә. Шуға ла уны сей килеш ашарға ла була, ҡырҡҡыслап ултыртып ҡуйып, еҫкәп кенә йөрөргә лә мөмкин.

💚Һау-сәләмәт булығыҙ 💚

Автор:
Читайте нас: