Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Октябрь 2023, 11:25

Ҡышҡа әҙерһегеҙме?

Көн торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе тураһында Башгидромет синоптиктары хәбәр итә.    

Бөгөн көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар яуа. Ҡайһы бер райондарҙа сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел төньяҡтан уртаса, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 0,+5 градус.

Дүшәмбе, 23 октябрҙә, төндә яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көньяҡ-көнбайышҡа табан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2,-7, көндөҙ 0,+5 градусҡаса түбәнәйә.

Автор:Гөлнара Солтанова
Автор:
Читайте нас: