Бөтә яңылыҡтар
Экология
20 Октябрь 2023, 10:13

Ноябрь ниндәй буласаҡ?

Синоптиктар көҙҙөң һуңғы айын яҡынса фаразланы. 

Ноябрь ниндәй буласаҡ?
Ноябрь ниндәй буласаҡ?

Рашҡылы көн торошо - ноябрь өсөн ғәҙәти. Һәр хәлдә элегерәк был айҙа ҡар ятҡан. 

Быйылғы ноябрь ниндәй булыр?

Яҡынса алдан күҙаллауҙар буйынса, сағыштырмаса йылыраҡ була. Мәскәүҙә айҙың 12-ләренә тиклем термометр бағанаһы минусҡа төшмәй: хатта төндә лә. Унан инде әкренләп һалҡынайта ла 25-тәренә тотош минусҡа ғына күсә. Әммә барыбер үткән йылдарҙағыға ҡарағанда йылыраҡ була, тиҙәр. Беҙҙә, моғайын, баш ҡаланан айырмалы рәүештә, һыуыҡ иртәрәк башланыр. Хәйер, күптән инде Мәскәү температураһы беҙҙең яҡтарға элеккесә ике-өс көндән килеп етмәй. Бөтөнләй оҡшамаған көндәр ҙә булып ҡуя.

Ноябрҙең икенсе декадаһында ҡар яуыуы фаразлана. РФ Гидрометүҙәге белгестәре күҙаллауынса, баҡһаң, ноябрь аҙағы бигерәк тотороҡһоҙ булырға оҡшай. Ҡыш яҡынайҙы...

Фото: З. Нартдинова

Автор:Алһыу Ишемғолова
Сығанаҡ: Йәшлек
Ноябрь ниндәй буласаҡ?
Ноябрь ниндәй буласаҡ?
Автор:
Читайте нас: