Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Сентябрь 2023, 16:42

Иғтибар, көн торошо боҙола!

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көн  торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 29 сентябрҙә төндә республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында 0 градусҡаса һыуытып, ҡырау төшөүе көтөлә.

 

Төндә һәм иртән урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500 метр һәм унан да кәмерәк. Ҡырау төшөү менән бәйле ауыл хужалығы культуралары һәм йылылыҡ яратыусы үҫемлектәрҙең һәләк булыу хәүефе бар. Шулай уҡ электр йылытыу приборҙарын файҙаланыу, мейес яғыуҙар күбәйә, быға бәйле көнкүреш янғындары сығыу ихтималлығы арта. Белгестәр халыҡты һаҡ булырға өндәй.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-09-28/i-tibar-k-n-torosho-bo-ola-3458160
Автор:
Читайте нас: