Синоптиктар күҙаллауынса, эҫе көндәр дауам итәсәк әле.
Мәҫәлән, Гисметео белгестәре фараздарына ярашлы, август аҙағына тиклем эҫе торасаҡ. Теүәлерәк әйткәндә, был аҙнала уртаса температура +28, + 30 градус.
Ялдарҙа +25 градусҡаса төшә лә, 21 – 25 август бик уңайлы йылы һауа торошо күҙаллана. Улай уҡ ҡыҙҙырмаясаҡ. Төндә уртаса +10 градус һәм унан да йылыраҡ.
Әйткәндәй, шул йылы көндәрҙе арыу ғына ямғырҙар ҙа “матурлаясаҡ”. Тик аныҡ ҡасан яуыры фаразланмай.
30 һәм 31 августа көндөҙ +18 тирәһе, төндә +7 градус ҡына буласаҡ. Әлбиттә, алдан фаразлауҙар бигүк дөрөҫкә лә сыҡмай торған...
Көҙ алтын булып килерме, һалҡынмы – күрербеҙ, Алла бирһә.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Сығанаҡ: Йәшлек