Был эштәрҙең башында байтаҡ структуралар тора. Иң әүҙемдәрҙең береһе булып биология һәм химия факультетында булдырылған экологик үҙәк һанала. Уны биология һәм химия буйынса фән кандидаттары Эльвира Ниғмәтулла ҡыҙы Яппарова, Айнур Рәшит улы Мәхмүтов, Надежда Викторовна Шахринова, Николай Александрович Шмелев, Светлана Александровна Онина етәкләй. Экоүҙәктең эшмәкәрлеге күп яҡлы. Шулай ҙа, тәү сиратта, ул йәштәргә тыуған төйәктең, илдең һәм, ғөмүмән, донъяның экологияһын аңлатыу йүнәлешендәге мәсьәләләргә иғтибар бирә. Был йәһәттән төрлө экологик акциялар үткәрелә һәм мәҙәни-ағартыу саралары алып барыла. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙы контролдә тотоу сифатын яҡшыртыу эшен ойоштороуҙа студенттарҙың белемдәрен һәм һәләттәрен арттырыу ҙа структураның төп маҡсаты һанала.
Студенттар 2022 йылда Рәсәй йәштәренең “Экомәктәп” проекты буйынса “Атайсалым шишмәләре” грантына эйә булды. Грант сиктәрендә Бөрө ҡалаһының иң танылған биш шишмәһе – Ильин, Тоҙло, Трушанка, Өс туған һәм Монаш шишмәләре таҙартылды. Был эштә студенттарҙан торған ирекмәндәр коллективы ҙур әүҙемлек күрһәтте.
Халыҡ араһында төрлө экологик ағартыу эше алып барыу буйынса үткәрелгән акцияларҙа иһә Бөрө ҡалаһы һәм районы халҡына, хатта республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары вәкилдәренә лекциялар үткәрелде, ә Бөрө коррекция мәктәбе уҡыусылары өсөн дендрологик паркта оҫталыҡ дәресе күрһәтелде.
Быларҙан тыш ағымдағы уҡыу йылында юғары уҡыу йортонда байтаҡ саралар үткәрелә. «Сикһеҙ баҡса» тип аталған экологик волонтер мәктәбе Бөрө районы халҡын төрлө үҫентеләр менән тәьмин итә. Экологик белемде үҫтереү һәм органик ерҙе эшкәртеүгә йүнәлтелгән конкурстарҙа, мәҫәлән, “Йәшел өҫтәл”, “Яңы йыл мөғжизәһе”, “Йәшел үҫентенән сәскәгә тиклем” кеүек сараларҙа студенттар ҙа, мәктәп балалары ла теләп ҡатнаша. «Экологик турслет», «Экологик һуҡмаҡ» йәштәргә тәбиғәтте һаҡлау һәм ҡурсалау буйынса яңы мөмкинлектәр биргән, «ЭкоАҙым», «Тәбиғәтем буйлап» фотоконкурстары иһә эргә-тирәләге матурлыҡты күрә белергә өйрәткән. Экомәктәптең эшмәкәрлеге тураһында төшөрөлгән фильмдың презентацияһы «Студент яҙы - 2023» фестивалендә ҡулланылған.
Яҙын ҡалала «Иҫтәлек ағасы ултырт» исеме аҫтында матур эш алып барыла. «Атайсалым шишмәләре» экологик мәктәбе үҙ штабын булдырып, шишмәләрҙе таҙартыу, уларҙы киләсәк быуынға шул килеш тапшырыу мөмкинлектәре өҫтөндә эшләй. Уҡыу йортонда урынлашҡан «Siva» тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау, ҡурсалау экомәктәбе лә даими рәүештә өмәләр үткәреп тора.
Студенттарҙың фәнни тикшеренеү эштәрендә сәнәғәт етештереүсәнлегенә заманса экологик стандарттар индереү, бөтә республикалағы халыҡтың экологик яҡтан белемһеҙлеген түбәнәйтеү һәм кешеләрҙең тәбиғәткә ҡарата кире йоғонтоһон кәметеү, экологик проблемаларҙы хәл итеүҙә берҙәм дәүләт сәйәсәтен үткәреү, экологик мониторингтың комплекслы системаһын барлыҡҡа килтереү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә лә эш алып барыла.
ӨФһТУ-ның Бөрө филиалында эшләп килгән агробиостанция ла күптәргә таныш. Ольга Владимировна, Наталья Михайловна һәм Татьяна Рәфҡәт ҡыҙы бөтә күңелен биреп эшләй. Уларҙың эше ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла туҡтамай тиерлек. Төрлө климаттарҙа үҫкән ҡыуаҡ һәм ағастарҙы үҙебеҙҙең төбәккә яраҡлаштырыу, халыҡты яңы үҫентеләр менән тәьмин итеү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эш алып барыла. Агробиостанцияныҡылар күптән түгел «Ваҡыт йылғаһы» фестивалендә ҡатнашып, төрлө төбәктән килгән ҡунаҡтарға үҫентеләр коллекцияһының презентацияһын тәҡдим итте.
Дөйөм алғанда, һанап киткән барлыҡ был эштәр йәштәрҙең экологик белемдәрен күтәреүҙә мөһим роль уйнай. Йәнтөйәгебеҙҙең экологик проблемаларына йәлеп итеп, уларҙы яңынан-яңы эҙләнеү-тикшеренеү эштәренә ылыҡтыра.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.