Июнь әлеге кеүек бер – көләс, бер бойоҡ булып үтәсәк. Тәбиғәт аномалияһы күҙаллана, тигәйнеләр инде.
“Был сәскә генә, алда – емештәре”, тип көлә синоптиктар. Баҡһаң, июлдә тотош Рәсәйҙә үтә эҫе булмаҡсы. Эҫе һәм башлыса икенсе яртыһынан ҡойма ямғыр, йәшен, борсаҡ, дауыл. Бына һиңә йәй!
Рәсәйҙең Европа өлөшөндә июлдә ҡоролоҡ күҙәтеләсәк. Волга буйы федераль округында ғәҙәти температура – 30 градус эҫе. Шул уҡ ваҡытта Уралда ҡапыл һыуытҡан көн-төндәр ҙә буласаҡ. Башҡортостан – көньяҡ Уралда, шулай уҡ Волга буйы федераль округына ла ҡарайбыҙ.
Шаяртып әйткәндә шулай: июлдә йәйгесә кейенергә, әммә ҡулға йылы куртка ла тотоп йөрөргә кәрәк.