Бөтә яңылыҡтар
Экология
6 Июнь 2023, 12:32

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон фаразланы.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн көндөҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе һәм боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел төндә тотороҡһоҙ талғын, көндөҙ төньяҡтан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 10–15, төньяҡ-көнбайышта 3–8 градус йылы, көндөҙ – 17–22, көньяҡта  25– 30 градус йылы.

 

Иртәгә, 7 июндә, төндә һәм көндөҙ йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, айырым райондарҙа йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 8–13, көндөҙ 17– 22 градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2023-06-06/k-n-torosho-3289193
Көн торошо
Көн торошо
Автор:
Читайте нас: