Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Ноябрь 2022, 16:33

Тере Танып буйҙары таҙарып ҡалды

«Таҙа Танып +» экологик проектында 3600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты

Тере Танып  буйҙары  таҙарып ҡалды
Тере Танып буйҙары таҙарып ҡалды

Билдәле булыуынса, сара һыу объекттарының ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса «Рәсәй һыуы» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә уҙҙы. 

 

Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республиканың 11 муниципаль районы һәм Пермь крайының Чернушка районы биләмәһендә Тере Танып йылғаһы буйҙары буйлап 102,5 кубометр сүп-сар йыйылды.

Балтас район Мәҙәниәт һарайында «Таҙа Танып +» төбәк-ара экологик проектына йомғаҡ яһалды.

Проект авторы Рифат Сафин был эшкә йылға аҡҡан бөтә территорияларҙы йәлеп иткән.

 Был акцияның үҙенсәлеге шунда: Тере Танып йылғаһы республикабыҙҙың төньяҡ зонаһында иң оҙоно - уның оҙонлоғо 345 саҡрым. Ул ике күрше төбәкте: Башҡортостанды һәм Пермь крайын тоташтыра. Ул - Иҙел-Кама һыу бассейнына ингән Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы.

Башҡарылған эш илдең бөтә һыу системаһының торошон тотоу өсөн мөһим булып тора.

Гөлназ Ғәлләмова.

Тере Танып  буйҙары  таҙарып ҡалды
Тере Танып  буйҙары  таҙарып ҡалды
Тере Танып  буйҙары  таҙарып ҡалды
Тере Танып  буйҙары  таҙарып ҡалды
Тере Танып  буйҙары  таҙарып ҡалды
Тере Танып  буйҙары  таҙарып ҡалды
Тере Танып  буйҙары  таҙарып ҡалды
Тере Танып буйҙары таҙарып ҡалды
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: