Бөтә яңылыҡтар
Экология
30 Октябрь 2022, 10:34

Алдағы көндәрҙә һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә...

Алдағы көндәрҙә һауа торошо ниндәй буласаҡ?
Алдағы көндәрҙә һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Бөгөн республикала ҡар ҡатыш ямғыр яуыр, тип фаразлағайны Башгидрометүҙәк. Төндә иһә яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын иҫә. Һауа температураһы төндә -2,-7, аяҙытҡанда 12 градусҡаса һалҡын.

Иртәгә, 30 октябрҙә, төндә республиканың төньяҡ-көнбайышында бер аҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә, көндөҙ - ямғыр һәм епшек ҡар, көньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан талғын иҫер, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән булыр. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә 0,-5, көньяҡ-көнсығышта -10, көндөҙ -1, +4 градус.

Киләһе аҙнаның тәүге көнөндә лә ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға, ағастарға епшек ҡар һырыр, ҡайһы бер юл участкаларында ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыр тип фаразлана. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3,-2, көндөҙ 0, +5 градус тәшкил итәсәк.

Фото: "Башинформ", https://www.svezhayagazeta.ru

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-10-29/alda-y-k-nd-r-aua-torosho-nind-y-bulasa-3009161

Алдағы көндәрҙә һауа торошо ниндәй буласаҡ?
Алдағы көндәрҙә һауа торошо ниндәй буласаҡ?
Алдағы көндәрҙә һауа торошо ниндәй буласаҡ?
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: