Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Сентябрь 2022, 16:41

Асҡындар эстафетаны балтастарға тапшырҙы

Тулыраҡ:

Асҡындар эстафетаны балтастарға тапшырҙы
Асҡындар эстафетаны балтастарға тапшырҙы

Бөгөн Иҫке Ҡаҙансы ауылында “Таҙа Танып+” төбәк-ара экологик акцияһының эстафетаһын Балтас районына тапшырыу тантанаһы үтте.

Сарала Ҡаҙансы ауыл биләмәһе башлығы Илдар Денисламов, район ветерандар советы рәйесе Сәғитйән Ғәлин, Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе директоры Мансур Нуриәхмәтов, “Таҙа Танып” проекты авторы Рифат Сафин һәм Балтас районы экологы Надир Солтанов ҡатнашты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йылға ярҙарын йыйыштырыу буйынса үткәрелгән “Таҙа Танып+” экологик акцияһы БР-ҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамында “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ойошторола.

2022 йылда акция республикабыҙҙың  Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондарында һәм Пермь крайының Чернушка районы территорияларында 22 августан 23 сентябргә тиклем үткәрелде.

Илһөйәр Махатова

Асҡындар эстафетаны балтастарға тапшырҙы
Асҡындар эстафетаны балтастарға тапшырҙы
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: