Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Август 2022, 22:02

Башҡортостан беренсе урынды биләй

«Урманды һаҡлайыҡ» акцияһында ҡатнашыусылар Шишмә районында Торахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәһе янында ағастар ултыртасаҡ.

Башҡортостан беренсе урынды биләй
Башҡортостан беренсе урынды биләй

Башҡортостан сираттағы «Урманды һаҡлайыҡ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Уның маҡсаты - илдә 80 миллион ағас ултыртыу. «Урманды һаҡлайыҡ» акцияһы илебеҙҙә дүртенсе йыл рәттән уҙғарыла. Уға Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Федераль урман хужалығы агентлығы, «Милли өҫтөнлөктәр» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, «Хәтер баҡсаһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ла ҡушылды.

Башҡортостан акцияла йыл һайын әүҙем ҡатнаша. 2021 йылдың көҙөндә 550 гектар майҙанда ике миллион ағас үҫентеһе ултыртылған. Ул осорҙа акцияла 80 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Рәсәй Урман хужалығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан ҡатнашыусылар һаны буйынса беренсе урынды биләй.

Быйыл «Урманды һаҡлайыҡ» акцияһы Башҡортостанда 12 сентябрҙән 12 октябргә тиклем үтәсәк. Республика урмансылары ағас ултыртыу өсөн участкалар әҙерләй башлаған да. 24 сентябрҙә Шишмә районы биләмәһендә тарихи ҡомартҡылар - Турахан менән Хөсәйенбәк мавзолейҙары янында акцияның төп сараһы үтәсәк.

«Урманды һаҡлайыҡ» акцияһы тураһында бөтә мәғлүмәт Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы сайтында урынлаштырыла.

Фото: forest.bashkortostan.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева

Башҡортостан беренсе урынды биләй
Башҡортостан беренсе урынды биләй
Автор:
Читайте нас: