Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Апрель 2022, 14:08

Урмандарҙа махсус режим индерелә

Был тәбиғәттә янғын хәүефе миҙгеле башланыу менән бәйле.

Урмандарҙа махсус режим индерелә
Урмандарҙа махсус режим индерелә

Башҡортостанда 1 майҙан янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Был ҡарарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә иғлан итте.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләүенсә, үткән аҙнала республикала тәүге ете урман янғыны теркәлгән. Улар Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән райондарында булған һәм тәүге тәүлек эсендә үк һүндерелгән.

– Бөгөнгә ҡарата ғәмәлдәге урман янғындары юҡ. Тәбиғәт янғындарының артыуына юл ҡуймау һәм уларҙың тораҡ пункттарға, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә күсеү хәүефен юҡҡа сығарыу өсөн республика биләмәһендә 30 апрелдән махсус бойороҡҡа тиклем янғынға ҡаршы режим индерергә тәҡдим итәбеҙ, – тине Фәрит Ғүмәров.

Шулай уҡ ул, янғын хәүефе миҙгеле башланыу менән бәйле, 29 апрелгә Белорет районында вертолет ярҙамында тәбиғи янғынды һүндереү буйынса күнекмә үткәреү планлаштырылған, тип билдәләне. Төбәк етәксеһе 1 майҙан янғынға ҡаршы режим индерергә ҡарар итте.

“1 майҙан янғынға ҡаршы режим иғлан итеү тураһында документтар әҙерләгеҙ. 30 апрелдә кешеләр зыяратҡа барасаҡ, сүп-сар йыясаҡ. Халыҡ ҡалыпҡа һалынған йолаларҙы башҡарасаҡ, шуға күрә хәүеф бар”, – тине Радий Хәбиров.

Фото: ufa.aif.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Урмандарҙа махсус режим индерелә
Урмандарҙа махсус режим индерелә
Автор:
Читайте нас: