Йәнтөйәк
-14 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Сәфәр айы килде. Нимә эшләргә?

Был айҙа яңы эштәр башламағандар, никах ҡормағандар, ғаиләне төрлө яманлыҡтарҙан һаҡларға тырышҡандар, сөнки...

Сәфәр айы килде. Нимә эшләргә?
Сәфәр айы килде. Нимә эшләргә?

Билдәле булыуынса, әле мосолман календары буйынса сәфәр айы бара. Ул 26 июлдә башланды.

Сәфәр һүҙе “сәйәхәт, юл” төшөнсәһенә эйә. Борон ғәрәптәр ошо ваҡытта алыҫ сәфәргә сығыр булған.

Ислам дине ингәнгә тиклем был айҙы ауырлыҡ, бәлә килтереүсе тип иҫәпләгәндәр, яңы эштәр башламағандар, никах ҡормағандар, ғаиләне төрлө яманлыҡтарҙан һаҡларға тырышҡандар. Ошондай яңылышлыҡтарға, уйҙырмаларға пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм “бик” ҡуйған. Исламда төрлө шик-шөбһәгә, хәүефтәргә, ырымдарға урын юҡ. Был хаҡта Ҡөрьәндә аныҡ әйтелә. “Һәр төрлө бәлә Аллаһ Тәғәләнең ихтыяры буйынса ғына килә”, тиелә “Әт-тәғабун” сүрәһендә - ошо сүрәне уҡығыҙ. 

Һәр айыбыҙ, көнөбөҙ имен-аман үтһен, гелән яҡшы уйҙар менән йәшәйек.

Зиннур Боҫҡонов фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Автор:
Читайте нас