Һорау: "Сәхәргә уянмағанмын. Ниәт итеп, ураҙаны дауам итергә яраймы?"
Дини китаптарҙа әйтелеүенсә, бындай осраҡта ураҙа тотмау дөрөҫ түгел, уны дауам итергә кәрәк.
Сәхәр ашамау ураҙа тотмау өсөн сәбәп түгел. Хатта кис ифтарһыҙ ҡалып, унан, өҫтәүенә, иртән сәхәргә тора алмаһағыҙ ҙа, барыбер Рамаҙан айындағы фарыз ураҙаны мотлаҡ тоторға тейешһегеҙ. Ҡушҡанын теүәл үтәгәндәргә Аллаһ бәрәкәтен бирер, иншаллаһ.
Иртәгәгә, 3 апрелгә, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән).
Фото: islam.ru